Иҫәп тигеҙ тамамланды13.03.2013
Милли футбол лигаһы чемпионаты башланды – дүшәмбе көндә “Өфө” командаһы Новосибирскиҙың “Себер”е менән осрашты.

Баш тренер Игорь Колыванов етәкселегендә беҙҙекеләр алышҡа алдан етди әҙерләнде, бер юлы туғыҙ яңы уйынсы алынды. Сит илдән килгәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Сайто Йосуке – Япониянан.
Көсөргәнешле уйында бөтә ваҡиғалар тәүге таймда булды. Беренсе голды “Өфө”ләргә Виктор Головотенко индерҙе. Әммә майҙан хужалары ла ойоп йөрөмәне – биш минут үтеүгә Диего Карлос иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы.
Икенсе таймда “Өфө”ләр ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына бына-бына туп индерә тигәндә, беҙҙекеләрҙе ҡағиҙәнән ситләшеүҙә ғәйепләп, уйын туҡтатылды. Шулай итеп, матч 1:1 иҫәбе менән тамамланды.
Һуңынан баш тренер Игорь Колыванов:
– Егеттәр мөмкин ҡәҙәр тырышты, рәхмәт уларға. Һөҙөмтә ғәҙел тип уйлайым. Шулай ҙа ҡунаҡтар ҙа, беҙ ҙә үҙебеҙҙе тулыһынса күрһәтә алманыҡ, тамашасы күберәкте көткәйне, – тине.
“Өфө”ләр 19 мартта Мәскәү янындағы “Химки” командаһы менән осраша.


Вернуться назад