“Аҡ барыҫ”тың теше үтмәне12.03.2013
“Салауат Юлаев” Ҡазан боҙонда “Аҡ барыҫ”ты тәүге көндә — 3:2, 9 мартта иһә 2:0 иҫәбенә теҙ сүктерҙе.
Бығаса Магнитогорск “Металлург”ы алдында үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе күрһәтеп өлгөрһәк тә, көйәрмәндәр был осрашыуҙы һағайып ҡаршыланы. Ни генә тимә, дәғүәсебеҙ төшөп ҡалғандарҙан түгел: мәҫәлән, улар Көнсығыш конференцияһында беренсе урынды биләһә, юлаевсылар – бишенсе.
Уйындың тәүге минуттарынан уҡ өфөләр “Аҡ барыҫ”тан таланырға килмәүен аңғартты. Нисек кенә ажарланып ташланмаһын, күршебеҙҙең беҙҙекеләргә теше үтмәне. Ҡапҡасы Ииро Таркки, афарин, сос, таһыллы. Тәүге уйында “Аҡ барыҫ”тың танауын Антти Пильстрем менән Никита Филатов шиңдерһә, икенсеһе шайбаны Сергей Зиновьев һәм Штефан Ружичка сәпәне.
Бөгөн Өфөлә өсөнсө уйын була, иртәгә – дүртенсеһе.