“Салауат Юлаев”: плей-офф бара12.03.2013
“Салауат Юлаев”: плей-офф бараКеше тамағын туйҙырыуға ғына түгел, күңел асыуға ла мохтаж. Һуңғы йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командаһы көйәрмәндәрҙең йөрәгендәге ана шул бушлыҡты тултырҙы. Өмөтләнеп көҙҙө көтәбеҙ, өмөтләнеп яҙҙы ҡаршылайбыҙ. Шул ышаныс йәшәтә беҙҙе. Бына әле тағы күңел елкенеп тора, сөнки Континенталь хоккей лигаһында плей-офф уйындары бара. Беҙ йәнә яратҡан командабыҙға күҙ төбәйбеҙ, уңыштар теләйбеҙ. Шул айҡанлы тыуҙы был яҙмалар.

1995 йылдар. Өфөгә килеп, эш башлауыма бер ҡыуанһам, хеҙмәттәштәрем араһында үҙем кеүек көйәрмәндәр барлығын белеп, тағы һөйөндөм. Бер көн Дилара тигән ҡыҙ: «Әйҙә, хоккей ҡарарға барғың киләме?» – тине. Мин шунда уҡ риза булдым да билет хаҡында ҡыҙыҡһындым. «Эй-й, кәрәкмәй уныһы. Рәүеф тигән танышым һаҡсы булып тора, бушлай үткәрә ул беҙҙе», – тип яуапланы.
Билдәләнгән көндә Спорт һарайына килдек. Дилара артҡы ишеккә әйҙәне. Ул Рәүеф менән көлөп-йылмайып ҡына иҫәнләште лә шыпырт ҡына уҙып та киттек. Был мөһабәт бинаны тыштан күреп, шаңҡып ҡалһам, эсенә ингәс, бөтөнләй башым әйләнде. Һәр секторға айырым ишек, рәттәр, урындар… Иптәш ҡыҙға эйәреп кенә атлайым. Билетһыҙ булғас, буш креслоларға барып ултырҙыҡ та, берәйһе килеп төшөрмәһә, ошонан ҡарарбыҙ тип ҡуйҙыҡ. Ул ваҡытта халыҡ эркелешеп килмәй, урын табырға була ине.
Бер аҙҙан редакциябыҙға пропуск бирә башланылар. Береһе – етәксегә, икенсеһе – фотографҡа. Уныһы исемһеҙ, кем барһа ла мөмкин. Сиратлап шул документты ҡулланабыҙ. Хоккей көнөндә төрлө редакцияларҙан Анатолий Лисовицын, Марсель Ғафаров, Андрей Ничков, Мөнир Ҡунафин һәм башҡалар бергә йыйылышып сығып китәбеҙ. Урындарыбыҙ «Салауат Юлаев» хоккейсылары эскәмйәһенең баш осонда ғына. Гол индерһәләр, шатлыҡтан беҙҙе айырып торған түшәмдәрен ҡул менән төйөп-төйөп алабыҙ. Пластик ултырғыстар тар ғына һәм бер-береһенә йәбештерелеп эшләнгәс, ҡышҡы кейемдә һыймайбыҙ, тығылышып ултырабыҙ. Әммә шуныһы ҡыҙыҡ: гол инһә, бер-ике кеше һикереп тороуы була, бер-береһенә тағылып, бөтә рәт күтәрелә. Барыһы ла ҡосаҡлаша, ҡыуана.
Тиҙҙән журналистар өсөн айырым урын булдырҙылар. Күргәс тә, исем таҡтыҡ – сыйырсыҡ ояһы, сөнки ағастан эшләнгән бәләкәй генә будка ине ул. Шундағы ике рәткә һыйырға тырышабыҙ. Кеше күп килә башланы. Юлаевсылар өс йыл рәттән Суперлигала ил беренселегенең бронза призёры булды һәм тап лидерҙарға ҡаршы айырыуса уңышлы уйнай торғайны. Бигерәк тә Дмитрий Денисов – Рәил Мөфтиев – Борис Тимофеев өс тағаны оҫта булды.

2006 – 2007 йылдар. Яңы тренер Сергей Михалёв килде һәм көслө уйынсыларҙы йыя башланы. Айырыуса Ярославлдең «Локомотив»ынан Владимир Антиповтың беҙгә күсеүенә ҡыуандыҡ. Ул – көслө хоккейсы, өс тапҡыр ил чемпионы. Әммә бөтәһе лә өфөләрҙең көсөнә ышанып бөтмәй, ахыры. Максим Якуценя менән Николай Сёмин Мәскәүҙең ЦСКА-һына ҡасып китте. Үҙебеҙҙең Игорь Волковты, үтенеп-һөйләшеп, саҡ алып ҡалдылар. Ул да был икәүгә эйәрмәксе булған икән. Китмәй дөрөҫ эшләне, сөнки бер йылдан егетебеҙ «Салауат Юлаев» составында ил чемпионы булды. Ә теге ҡасҡалаҡтар, бихисап клуб алмаштырһа ла, бөгөнгәсә был исемгә эйә була алмай. Яңы арена төҙөлә башланы. Республика етәкселеге лә был эш менән ныҡлы ҡыҙыҡһынды. Тимәк, киләсәккә өмөт тыуҙы.
Ысынлап та, миҙгел дауамында шәп кенә уйнаны юлаевсылар. Беренселектә өсөнсө урынды алдылар. Плей-офта беренсе әйләнештә СКА-ны еңделәр. Хәҙер әллә ни көслө булмаған ЦСКА-ны ғына үтһәләр… Юҡ шул, сирекфиналда уларҙың баш тренеры Вячеслав Быков Сергей Михалёвтан хәйләкәрерәк булып сыҡты. Өмөттәребеҙ селпәрәмә килде. Бик ауыр кисерелде был уңышһыҙлыҡ.
Беҙ, бер төркөм башҡорт йәштәре, Интернетта танышып алғайныҡ. Күңелһеҙ булып ҡалғас, арабыҙҙағы Фәнүрҙе дәртләндереү маҡсатында, ул яратҡан Магнитогорскиҙың «Металлург»ы өсөн янып-көйә башланыҡ. «Металлург» Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ы менән уйнай. Бер уйынды ҡарар өсөн спорт барына барҙыҡ. Фәнүр, Рөстәм, Рушан һәм мин – бер өҫтәлдәбеҙ. Һуңлап ҡына Илнур килә. Ул күренеү менән егеттәрҙең йөҙө боҙола. Спортта үҙенә күрә ырым-хөрәфәттәр бар. Беҙҙең арала Илнур «нефартовый», йәғни даланһыҙ кеше. Ул килһә, беҙҙең команданың еңелерен көт тә тор. Шуға күрә ҡайһы ваҡыт үҙенән ҡасып та киткеләйбеҙ.
Зал көйәрмәндәр менән туп-тулы. Һыра алып, осрашыу башланырын көтөп ултыралар. Бер беҙҙең өҫтәлдә спиртлы эсемлек юҡ. Һөт коктейле килтерәләр. Тиҙҙән бер беҙҙең өҫтәлдең генә «Металлург» өсөн янып-көйгәне билдәле була, сөнки «Аҡ Барыҫ» гол артынан гол индерә, һәм бөтә өҫтәлдәр ҙә зыу ҡубып быны билдәләй. Беҙ генә, бөршәйешеп, шым ултырып ҡалабыҙ. Фәнүргә уғата ҡыйын.
Был күренеш Илнурҙы ялҡытты шикелле. «Мин ҡайтам», – тип ишеккә йүнәлде. Егеттәр уның артынан көл һиберҙәй булып ултырып ҡалды. Илнурҙың сығып китеүе булды, «Металлург» гол индерә башламаһынмы! Берәү, икәү, өсәү… Беҙҙең өҫтәлдең ҡыуанғанына барыһы ла боролоп ҡарай. Бына-бына «Аҡ Барыҫ»ты ҡыуып етәбеҙ инде. Их, ваҡыт аҙыраҡ шул… Ҡазандар ҡотолдо.
Бер айҙан донъя чемпионаты осоронда Илнурҙың даланһыҙ икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Турнирҙы спорт каналы күрһәтергә тейеш. Ә ул ауылдарҙа тотмай. Илнур, миңә ҡайтып, картуф сәсергә кәрәк, һеҙҙең командаға еңергә ҡамасаулап булмаҫ инде, тип шаяртты. Беҙ иркен һулап, ҡайт-ҡайт, тип ҡуйҙыҡ.
Хәйерһеҙ, ярымфиналда Рәсәй командаһы еңелде. Ҡайғырып ҡына ултыра инек, Илнурҙан СМС-хәбәр килеп төштө: «Ғәфү итегеҙ, тап был матчты дөйөм Рәсәй каналынан да күрһәттеләр, ҡараным инде. Уның ҡарауы, һеҙҙән айырмалы, минең эш уңды – картуфым сәселде».

2007–2008 йылдар. «Салауат Юлаев» нығыныуын дауам итә. Ун алты уйынсы менән хушлаштылар. Урындарына көслөләрҙе саҡыра алдыҡ. Мәҫәлән, Александр Ерёменко, Виталий Прошкин, Игорь Щадилов, Кирилл Кольцов, Алексей Терещенко, Владимир Воробьёв, Мирослав Блатяк, Олег Твердовский, Александр Пережогин, Михаил Чернов һәм башҡаларҙы. Команда уйынына иң сағыу биҙәк өҫтәгән Владимир Антиповты капитан итеп һайлап ҡуйҙылар. «Салауат Юлаев» шунда уҡ суперкомандаға әйләнде лә ҡуйҙы. Бай һәм көслөнө кем яратһын, тирә-яҡтан насар һүҙҙәр, бысраҡ яуа ла башланы. Ләкин эт өрөп торор, бүре йөрөп торор тигәндәй, беҙҙең маҡсат – миҙал яулау. Алтыны булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Әлегә матчтар иҫке Спорт һарайында уҙа. Декабрҙә «Өфө-Арена»ға күсәсәкбеҙ, Алла бирһә. Сентябрҙә үк турнир таблицаһының иң өҫкө урынына менеп ҡунаҡланы өфөләр. Афарин, матур уйын күрһәтәләр, күҙ теймәһен! Тағы бер яңылыҡ: НХЛ-дан Игорь Григоренко ҡайтты.
Интернетта танышҡан йәштәр менән күмәкләшеп хоккей ҡарарға йөрөй башланыҡ. Бергә-бергә күңелле бит. Тәүгеһендә Хәйбулла егете Рөстәм менән икәү генә барҙыҡ. Икенсеһендә инде Сибайҙан Фәнүр, Әлшәйҙән Илнур, Ҡырмыҫҡалынан Наилә, Өфөнән Гөлнара йыйылдыҡ. Был юлы Ярославлдең көслө генә «Локомотив»ы килә. Унда минең хөрмәт иткән хоккейсым Алексей Яшин уйнай. Иҫләйһегеҙме икән, Рәсәй йыйылма командаһы донъя чемпионаттарында ун биш йыл буйы миҙал яулай алманы. Уйынсыларҙан кемдер төңөлөп, кемдер тренерҙар менән уртаҡ тел таба алмай, был беренселектәргә ҡул һелтәне. НХЛ-ға киткән «йондоҙҙар»ыбыҙ команда мәнфәғәттәренә төкөрөп ҡарай башланы. Шул саҡтарҙа бер Яшин ғына, НХЛ-дың плей-офф уйындарында командаһы төшөп ҡалыу менән, ошо чемпионатҡа ашыға торғайны, бер үҙе тәжрибәһеҙ һәм бик үк һәләтле булмаған иптәштәрен алға әйҙәй ине. Бер тапҡыр ҙа килмәй ҡалғанын хәтерләмәйем. Шуның менән дә минең һәм миллионлаған көйәрмәндең ихтирамын яуланы ул.
Бына шул Алексейҙан автограф алырға иҫәбем. Интернеттан төҫлө фоторәсемен принтер аша сығартып, әҙерләп ҡуйҙым. Ручка һалып алдым. Билетты ла, башҡаларға әйтеп тормай ғына, 11-се секторға алдым, сөнки хоккейсылар боҙға 12-се һәм 11-се секторҙар араһынан сыға. 1-се рәттән ҡул һуҙымында ғына.
Осрашыу бөттө. Әйткәндәй, юлаевсылар еңде. Мин урынымдан тороп, кәрәкле ишек яғына йүгерәм. Әһә, Яшинды телевидение хеҙмәткәре туҡтатҡан. Интервью алалар. Өлгөрәм икән былай булғас. Ул һөйләп бөткәс тә: «Лёша, Алексей!» – тип ҡысҡырам. НХЛ-дағыса «Алекс!» тип тә ҡарайым. Тауышым халыҡ шауында батып ҡала. Яшин мине ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Әллә еңелгәстәре кәйефе юҡмы, ҡайырылып ҡарамай, трибуна аҫтына инеп юғала. Мин иларҙай булып автографһыҙ тороп ҡалам. Иптәштәрем, төртмә телләнеп, кәйефте тағы ла нығыраҡ төшөрә…
Хоккейға сираттағы күмәкләп барыуҙы «Өфө-Арена»лағы тәүге матчҡа тура килтерергә булдыҡ. 19 декабрҙә Мәскәү өлкәһенән «Химик» килә.
…Яңы аренаға килеп ингәс тә, күҙҙәр сағылды. Бындай матурлыҡты күргән юҡ ине әле. Ул иркенлек! Ул хозурлыҡ! 8400 кеше һыя! Спорт һарайындағынан ике тапҡырға күберәк! Яҡташтарабыҙ ҙа еңеү яулап, ыңғай хис-тойғобоҙҙо арттырҙы ғына.
Хоккей көйәрмәндәре армияһы ла шаҡтай артты. Уйындарға билет алып булмай башланы. Урыҫ әйтмешләй, еңеүҙең атайҙары күп, еңелеү генә – етем…
Плей-офф өмөтлө башланды. «Амур»ҙы еңеү әллә ни ҡыйын булманы. Сиратта – «Северсталь» менән көс һынашыу.
Иманым камил: бындай сираттың Өфө халҡының һуңғы ун йылда күргәне юҡтыр. Иртәнге 6–7-нән Арена тирәләй һыу буйындай кеше ағымы хасил булды. Кассалар иртәнге унда ғына асылһа ла, кемдер – машинаһында, кемдер эҫе сәй ҡойоп алған термосын ҡосаҡлап тышта һыуыҡта көттө был мәлде. Күпселеге ир-ат, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәр ҙә бар. Сит ҡалаларҙан да килгәндәр. Бер генә касса эшләгәс, көйәрмәндәргә, билет алам тип, кискә хәтлем торорға тура килде. Халыҡтың хоккей яратҡанын белә тороп, клуб етәкселегенең был мәсьәләне хәл итмәүе аптыратты.
Мин дә баҫтым сират ҡойроғона. Матбуғат хеҙмәткәрҙәренә махсус урындар булдырылып, аренаға бушлай үткәрһәләр ҙә, ябай көйәрмәндәр менән бергә булыуға ни етә?! Бәхетемә күрә, ике сәғәт ярымдан мине дуҫтарым алмаштырҙы. Шулай өс кеше сиратлай-сиратлай, киске бишкә бәхетле билеттарҙы ҡулға төшөрҙөк. Ете сәғәт ярым тигәндә! Дөрөҫөн әйткәндә, берәй дефицит әйбер артынан да шулай ныҡышып баҫып тормаҫ инем. Ни хәл итәһең, көйәрмәнлек – йәшәү рәүеше…
Ура! Бөтә ыҙалауҙар онотолдо. Командабыҙ – ярымфиналда! Һәм беҙҙекеләр кәмендә бронза миҙалды яуланы ла инде. Нисекме? Көрәш 1–2-се урындар өсөн генә барасаҡ. 3-сө урын өсөн уйындар булмаясаҡ. Ярымфиналда еңелгән ике команданан кем йыл буйы барған беренселектә юғарыраҡ урында торған, шул бронза призёр була ла ҡуя. Ә беҙҙең «Салауат Юлаев» – тәүге урында. Тимәк, отола ҡалһаҡ та, «бронза» – кеҫәлә!
Ләкин күпкәрәк өмөт итәбеҙ. Бының өсөн Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ын юлдан алып ташларға кәрәк. Көс етерме?
Өфөләге 22 һәм 24 марттағы ике уйын көстәрҙең тигеҙ икәнен күрһәтте. Береһендә беҙ еңһәк, икенсеһендә – күрше республиканан килгән ҡунаҡтар. Был осрашыуҙарға билет алып булманы. Кассаларға яҡын барырлыҡ түгел, сиратты кистән алғайнылар. Аптырап, редакцияға бирелгән ике аккредитация картаһының береһен тотоп киттем. Карта минең исемгә булмағас, ишек төбөндәге һаҡсы туҡтатты. Һаҡсылар начальнигын саҡырырға тура килде. Ул, уйланып-икеләнеп тора биргәс, үт, тип ҡул һелтәне. Минең, карта ҡулымда икән, унан хужаһы файҙалана алмай бит инде, тиеүем тәьҫир итте, буғай.
Ә инде 26-һы кис «Өфө-Арена» боҙ һарайына ағылыусы көйәрмәндәрҙе күреп, халыҡ аптырап ҡалды. Был ни хәл? Өсөнсө матч Ҡазанда үтә бит! Клуб етәкселегенең Татарстандың баш ҡалаһынан тура трансляция ойоштороуын кеше шулай белде.
Арена шығырым тулы булмаһа ла (күптәр был турала хәбәрҙар түгел ине), көйәрмәндәрҙең иң-иңдәре боҙ өҫтөндәге түшәмдә эленеп торған экрандарҙан күҙәтте уйынды. Һай, үҙебеҙҙекеләр! Оттолар бит! Дүртенсе, хәл иткес осрашыуҙы көтәбеҙ.
Ә 28-енән 29-ына ҡараған төндә Өфө йоҡламаны. Өфө генә түгел, бөтә республика! Төнгө 12-се яртыла фатир-йорттар, кафе-барҙар, урамдар шатлыҡ ауаздарына күмелде. Ҡараңғылыҡты ярып, күккә салют атылды. «Салауат – чемпион!» Һәр мөйөштән шундай тауыштар яңғыраны. Юҡ, яҡташтарыбыҙ әле чемпион булманы, бары тик ярымфиналда «Аҡ Барыҫ»ты оттолар! Шундай көслө, ил чемпионы булған команданы еңеү бик әһәмиәтле ине.
Ҡазандағы дүртенсе уйынды ла Өфө көйәрмәндәре аренала ҡараны. Был юлы боҙ һарайы туп-тулы тиерлек ине. 7 меңдән ашыу кеше йыйылғайны. Матч тигеҙ иҫәпкә бөтөп, беҙҙекеләр овертаймда гол индереү менән, мәхшәр ҡуптымы ни! Кешеләр көлә, ҡысҡыра, ҡосаҡлаша… Машиналар сигнал бирә… Салют яңғырай… Иң тоғро көйәрмәндәр төркөм-төркөм булып аэропортҡа төн уртаһында килеп төшәсәк хоккейсыларыбыҙҙы ҡаршы алырға йүнәлә. Кемдәрҙер машиналарына бөтөнләй ят кешеләрҙе ултыртып ала. Бөгөн бөтәһе лә – туған.
(Аҙағы бар).


Вернуться назад