Ҡорос та бөгөлә...07.03.2013
Ниһайәт, еңеү! Плей-офф уйынының көсөргәнешле һәм хәл иткес етенсе осрашыуында “Салауат Юлаев” Магнитогорскиҙың “Металлург”ын теҙ сүктереүгә өлгәште.
Һуңғы бәрелештең “Металлург”тың боҙонда үтеүе лә бер ни тиклем хәүеф уятты-уятыуын, һәр кем үҙ ояһында көслө бит. Әммә осрашыуға юлаевсыларҙың көйәрмәндәре лә ғәйәт ҙур десант менән килеп төштө.
Бындай көсөргәнешле осрашыуҙар финал уйындарында ғына була торғандыр. Ике команда өсөн дә ул финалға бәрәбәр ине: еңелеүсе өсөн миҙгел тамамлана. Тәүге минуттан уҡ “Металлург” үҙенең хужа икәнлеген аңғартты: бер-бер артлы һөжүмгә ташланды. Беҙҙекеләр әллә ни сәбәләнмәй һаҡланды, һөжүм тураһында уйлап та бирмәне кеүек.
Баҡтиһәң, ни бары үҙ мәлен генә көткәндәр. Магнитогорск командаһы ҡапҡасыһы алдындағы сыуалыштан файҙаланып, үткән осрашыуҙа йәрәхәтләнгән Денис Хлыстов урынына уйнаған Никита Филатов көтмәгәндә өфөләрҙе алға сығарҙы. Бынан һуң “Металлург“ һөжүмде бер аҙға көсәйткәндәй булды, ә беҙҙекеләр үҙ уйынын уйнай бирҙе. “Ҡылыс болғап”, алға сабыу был кис юлаевсыларға хас түгел ине. Тегеләрҙең дә оҙайлы көрәштән арығанлығы йөҙҙәренә сыҡҡайны. Өсөнсө осор аҙағында, аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, боҙға алтынсы уйынсыһын сығарҙылар. Ошоно ғына көткәндәй миҙгел башында, Магнитогорск клубына кәрәкмәгәнлектән, беҙгә күсергә мәжбүр булған Алексей Кайгородов иҫәпте 2:0 яһаны. Шулай итеп, “Салауат Юлаев” плей-офта киләһе раундҡа атлай. Унда беҙҙе “Нефтехимик”ты дүрт осрашыуҙа “өҙгөләгән” дәһшәтле “Аҡ барыҫ” көтә.
Был кис Көнсығыш конференцияһында тағы ике бәрелеш үтте: “Авангард” менән баш эймәҫ “Себер”, шулай уҡ “Трактор” менән “Барыҫ” етенсе хәл иткес осрашыуҙа көс һынашты. Омск менән Силәбе командалары хәҙер конференцияның ярымфиналында алышасаҡ.