Хөкөмсөләр уйнамаһын ине05.03.2013
"Салауат Юлаев" менән Магнитогорск "Металлург"ының бишенсе осрашыуын көйәрмәндәр түҙемһеҙлек менән көткәйне. Ни тиһәң дә, беҙҙекеләр, рәттән ике тапҡыр еңелеп, үҙҙәренә өҫтәмә ҡатмарлылыҡ тыуҙырҙы: хәҙер серияны тигеҙләү тәүмаҡсатҡа әйләнде.

Өфөлә, һуңынан Магнитогорск боҙонда еңелгәндән һуң, ҡайһы берәүҙәрҙең өмөтө һүрелә биреп ҡуйғандай булғайны. Ошоно төшөнөптөр, хоккейсыларыбыҙ боҙға һуңғы алышҡа ынтылған кеүек сыҡты: беренсе осор аҙағына иҫәп юлаевсылар файҙаһына 2:0 ине.
Әммә көйәрмәндәр алданыраҡ шатланған икән. Беҙҙең оборона был юлы ла аҡһаны, бының сәбәбе нимәлә икәнен төшөнөүе лә ауыр. "Металлург" уйын барышында тағы ла иҫәпте тигеҙләне. Ярай, беҙҙекеләр албырғап ҡалманы: икенсе осор аҙағына тағы ла алға сыҡтыҡ. Өсөнсө осорҙа иһә төп маҡсат ҡапҡабыҙға шайба үткәрмәү булһа ла, Таркки берәүҙе барыбер тартып сығарҙы. Ҡунаҡтар туҡтауһыҙ һөжүм итте, беҙҙекеләр йыш ҡына яңылышты. Шулай ҙа еңеү — иҫәп 5:4!
Әммә уйында һорау тыуҙырған мәлдәр ҙә булды. Мәҫәлән, хөкөмсөләрҙең ҡунаҡтарҙың ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе боҙоуын күрмәҫкә тырышыуы шик уятты. Ә беҙҙекеләр һәр хата өсөн штраф эскәмйәһен "шымартты". Ғәҙеллеккә ҡоролған спорт уйынында бындай хәл килешәме икән? КХЛ-дың директорҙар советында "Металлург" мәнфәғәтен яҡлағандарҙың өсәү булыуын иҫәпкә алғанда (Г.И. Величкин – клубтың идара рәйесе, В.Ф. Рашников – Магнитогорск металлургия комбинатының директорҙар советы рәйесе, М.В. Юревич – Силәбе өлкәһе губернаторы), Магнитогорскиҙа үткән етенсе уйында беҙҙе нимә көтөүе тураһында уйлауы ла ҡурҡыныс. Шулай ҙа яҡшыға өмөтләнәйек: юлаевсылар хәл иткес минуттарҙа һынатмай торған.


Вернуться назад