Бергә атлау еңелерәк05.03.2013
Бергә атлау еңелерәкЯңыраҡ баш ҡалала күп тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталованың «Милләтебеҙҙең аҡыл ҡеүәһе» төбәк йәмәғәт фонды асылды.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев тәбрикләне.
– Башҡортостанда спортты яраталар, уның менән әүҙем шөғөлләнәләр. Был хаҡта юғары уңыштар, яҡшы һөҙөмтәләр һөйләй. Рима Баталова, спорттан китһә лә, Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ, Башҡортостанда спортты үҫтереүгә ҙур көс һала, – тине ул һәм Президент Рөстәм Хәмитовтың Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Был Фонд мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам йөҙөнән асыла. Рима Баталова әйтеүенсә, инвалидтар араһында үҙ һәләттәрен күрһәтергә, көсөн һынарға теләүселәр күп, уларға бары тик ярҙам итергә кәрәк. «Бергәләшеп кенә ауырлыҡтарҙы еңәсәкбеҙ», – ти ул.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов үҙ сығышында республикала мөмкинлектәре сикләнгән балаларға даими иғтибар бүленеүе, Фонд менән берлектә башҡараһы эштәрҙең күплеге тураһында әйтте. Бокс буйынса күп тапҡыр чемпион, Дәүләт Думаһы депутаты Николай Валуев Рима Баталоваға сикһеҙ һоҡланыуын белдерҙе.
«Милләтебеҙҙең аҡыл ҡеүәһе» төбәк йәмәғәт фондын асыу тантанаһы ошо көндәрҙә булһа ла, уның эшмәкәрлеге әллә ҡасан уҡ башланған. Рима Баталова Өфөнөң, Шаран һәм Мишкә райондарының балалар йорттарына ярҙам иткән.


Вернуться назад