Көйәрмәндәргә лә еңеү сәме күсте02.03.2013
Көйәрмәндәргә лә еңеү сәме күстеБаш ҡалала VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары ҡыҙа. Донъяның 20 иленән йыйылған үҫмерҙәр хоккей, тау саңғыһы, сноуборд, шорт-трек, фигуралы шыуыу, саңғы уҙышы, спорт ориентиры буйынса көс һынаша.

Фигуралы шыуыу. Спорт һарайында боҙға был юлы туғыҙ илдең 19 ҡалаһынан 45 йәш фигурист сыҡты. Ярыштың шарты буйынса ҡыҫҡа программала 2 минут 30 секунд арауығында улар йөрөү, әйләнеү, һикереү, спираль рәүешендә йөрөү буйынса үҙенең оҫталығын күрһәтергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта хәрәкәттәрҙең музыка менән тап килеше, һығылмалылығы, эстетик зауығы, матур ҡыланышы ла мөһим.
Ғәжәп тамашаны ҡарарға баш ҡаланың төрлө мәктәптәренән меңәрләгән уҡыусылар ҙа килгәйне. Тәүге һөҙөмтәләр буйынса Силәбенән 12 йәшлек Елена Миронова 42,56 балл йыйып, иң алда килгәс, барыһы ла күңеленән уны еңеүсе итеп ҡабул иткәйне. Әммә бәйгенең финал өлөшөндә хәл ҡапыл үҙгәрҙе, Ижевск ҡалаһынан Динә Шәмсетдинова Феликс Мендельсон көйө аҫтында һоҡланғыс сығыш күрһәтеп, Еленаны уҙып китте. Шулай итеп, Силәбе ҡыҙы икенсе урын менән ҡәнәғәтләнде, Латвия ҡыҙы Дэймантэ Кизалайте бронза миҙал менән бүләкләнде.
Ярыштан һуң Диана үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Ҡыҫҡа программала тәүҙә үк иң юғары балл йыйғас, беренсе урынды аласағыма ышанғайным, әммә хәҙер тынысланырға ярамағанлығын, ирекле программала тағы ла нығыраҡ тырышырға кәрәклеген аңланым, – тине ул.
Слалом-гигант. “Олимпик-парк”тың һөҙәк тау битләүендә таһыллыҡ та, ҡыйыулыҡ та талап иткән ярыштарҙы ҡарарға халыҡ ифрат күп йыйылғайны. Ана, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та килгән. Австралия, Австрия, Германия, АҠШ, Греция, Швейцария, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Словения илдәренән, Рәсәйҙең Мәскәү, Ҡазан, Киров, Магнитогорск, Мейәс, Һамар, Һарытау, Терскол, Хабаровск, Өфө ҡалалары командалары көс һынашты был бәйгелә.
Сәмле алышта үҫмерҙәр араһында Һарытауҙан Павел Липецкий иң таһыллыһы булып танылһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы өфөнөкөләр – Кирилл Багин менән Кирилл Ишмаев — бүлеште. Ҡыҙҙарҙан Мәскәү һылыуы Ксения Лобачева иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Унан саҡ ҡына ҡалышҡан яҡташыбыҙ Мария Михайлова – икенсе, йәнә Мәскәүҙән Анастасия Горнастова өсөнсө урынды яуланы.
Хоккей. Көйәрмәндәрҙең тауышынан “Өфө-Арена” боҙ һарайы, гүйә, осоп килә. Сәкән һуғыусыларҙың еңеү сәме меңәрләгән көйәрмәнгә лә күскән. Бығаса Канада, Латвия командаларын “ҡоро”ға еңгән йәш юлаевсылар был юлы Делемон (Швейцария) ҡалаһы командаһын 30:0 иҫәбе менән ҡыйратты. Линар Сәфәрғәлин 7 мәрәй индерһә, Константин Чернецкий, Алексей Зубов 4-әр шайба сойорғотто. Улар араһында хеҙмәттәшебеҙ Лариса Абдуллинаның улы Байрастың да булыуы – ҡыуаныслы күренеш.
Шулай итеп, юлаевсылар мәрәйҙәр буйынса Украинаны ҡыуып етте, ә индерелгән туптар һаны буйынса әйтеп тораһы ла юҡ. Кисә улар Белоруссияның Новополоцк ҡалаһы командаһы менән дәғүәләште.
Ҡышҡы спорт ориентиры буйынса ла ярыштар сәмле барҙы.
Был алышта Мәскәү ҡыҙы Вероника Калининаға тиңләшеүсе булманы. Икенсе – Киров ҡалаһынан Мария Глушкова, өсөнсө – Төмәндән Анастасия Анцифирова. Үҫмерҙәр араһында пьедесталдың иң юғары баҫҡысына Омскиҙан Егор Козлов күтәрелде, көмөш миҙал Петрозаводскиҙан Иван Корнеевҡа, бронзаһы Төмәндән Константин Пуртовҡа эләкте.
Уйындар дауам итә.


Вернуться назад