Баш ҡалала VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын асыу тантанаһы булды.
Спорт һарайында йәнлелек. Күңелдәрҙе елкендереп, дәртле көйҙәр ағыла, донъяның төрлө илдәренән килгән ҡунаҡтар бер-береһе менән аралаша, иҫтәлеккә фотоға төшә.
Тантана уйында ҡатнашасаҡ командалар парады менән башланды: иң тәүҙә сәхнә түренә Австралия үҫмерҙәре күтәрелде. Уларҙан һуң – Австрия, Белоруссия, Эстония, Канада, Рәсәй… Республикабыҙҙан Учалы, Белорет, Октябрьский, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре сәхнә түрен биләне. Ә Өфөнөкөләр иң күп булыуы менән айырылып торҙо. Тамашаны ҡарарға килеүселәр ҡунаҡтарҙы алҡыштар менән ҡаршыланы.
Алып барыусылар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе, Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш ойоштороусыларға юғары кимәлдәге әҙерлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
Бына Уйындарҙың гимны яңғырай, ярыштың байрағы күтәрелә. Тантанаға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та килгән.
– Бөтәгеҙҙе лә VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары менән ҡотлайым, ғәҙел көрәш, яҡшы һөҙөмтәләр, шәп кәйеф һәм һоҡланғыс уңыштар теләйем. Спорт – ул дуҫлыҡ, спорт – ул көс! Һәм бөтәбеҙ ҙә ошо көстөң дуҫлыҡта сағылыуын күрәйек. Һеҙгә ҙур рәхмәт! – тине республика башлығы.
Артабан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов уйындарҙың утын ҡабыҙғас, баш арбитр Андрей Кривошеев – судьяларҙың, Алексей Синицкий менән Зарина Рахманҡолова йәш спортсыларҙың антын ҡабул итте.
Хәйерле сәғәттә!
* * *
Хоккей. Халыҡ-ара балалар уйындары ҡыҙа. Тәүге көндө Өфөнөкөләр Канаданың “Келоуна Рокетс” командаһы менән осраша, тигәс, күптәрҙең күңелендә шикле уйҙар тыуғайны. Ҡаршы тора алырҙармы? Ни тиһәң дә, дәғүәселәр ни етте команда түгел: танылған, бихисап уйында ҡатнашҡан. Әммә матчтың тәүге минуттарынан уҡ яҡташтарыбыҙ төшөп ҡалмағанлығын күрһәтте: дәғүәселәрен, ҡапҡаһына бер-бер артлы “күстәнәстәр” осороп, 8:0 иҫәбе менән ҡыйратты.
Икенсе көндө кескәй юлаевсылар Даугавпилс (Латвия) ҡалаһы командаһын 19:0 иҫәбе менән еңде. Афарин!
Саңғы ярышы. Ҡазандан Дмитрий Бортных – чемпион! Классик стилдәге саңғы ярышында ул 3,5 километрҙы 10 минут 29,4 секундта үтте. Икенсе урынды алған Ҡаҙағстан вәкиле Александр Воробьев унан 40 секундҡа ҡалышты. Өфө егете Руслан Ғәлишин өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнде.
Һылыуҡайҙар араһынан да финиш һыҙығын иң тәүгеләрҙән булып Ҡазандан Арина Десятникова үтһә, икенсене – Белоруссиянан Аня Мандейльц, өсөнсө урынды Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһынан Анна Баженова алды.
Әйткәндәй, ярышта, Рәсәйҙән тыш, тағы туғыҙ ил ҡатнашты.
Шорт-трек буйынса 500 метр алыҫлыҡҡа Австрия, Италия, Улан-Батор, Рәсәйҙең Мәскәү, Ижевск, Пенза, Өфө ҡалаларынан барлығы 33 спортсы көс һынашты. Һылыуҡайҙар араһынан беренсе урынды Алина Айтуғанова (Өфө) яулаһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Юлия Глухих (Мәскәү) менән Анастасия Мигунова (Өфө) бүлеште. Үҫмерҙәрҙән тәүге урынды Илнур Камалов (Өфө) алһа, икенсе – Еркебулан Шамуханов (Ҡаҙағстан), өсөнсө – Артем Сафронов (Пенза).
Унан һуң боҙға йәш фигуристар сыҡты: бөтәһе 45 спортсы ҡыҫҡа программала оҫталығын күрһәтте. Был көндө йәш үҫмерҙәр йәнә фигуралы шыуыу, слалом-гигант, спорт ориентиры буйынса ярышты.