Донъя спортсылары йәнә Өфөлә йыйылды28.02.2013
Донъя спортсылары йәнә  Өфөлә йыйылдыБашланды! Барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көткән VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарына старт бирелде! Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр Өфөлә үткән был ярышҡа 19 илдән 59 команда килде.

Ярыш хоккей уйындары менән асылды. Шуға ла “Өфө-Арена” боҙ һарайына йәш спортсылар иртүк йыйыла башланы. Бына-бына матчҡа сығырға әҙерләнгән Латвияның Даугавпилc үҫмерҙәренең кәйефе менән ҡыҙыҡһынам.
– Беҙ Өфөлә беренсе тапҡыр, бик ихлас ҡаршы алдылар, – тине улар бер тауыштан. – Бығаса Өфө хаҡында ишетеп кенә белә инек. Донъя спортсылары йәнә  Өфөлә йыйылды
– Еңеүгә өмөтөгөҙ бармы?
– Бирешмәҫкә ине…
Ә бына Австрия үҫмерҙәре төп дәғүәселәре итеп Рәсәй, Канада спортсыларын күреүен йәшермәне.
Ул арала боҙға сығырға команда бирелде. Тәүге әйләнештә беренселәрҙән булып Даугавпилс (Латвия) менән Новополоцк ҡалаһы командалары (Белоруссия) Донъя спортсылары йәнә  Өфөлә йыйылдыосрашты. Көсөргәнешле алышта Латвияныҡылар таһылыраҡ булып сыҡты: дәғүәселәрен 3:1 иҫәбе менән теҙ сүктерҙеләр. Уларҙан һуң Харьков (Украина) менән Делемон (Швейцария) ҡалалары уйнаны. Матч украиндарҙың еңеүе менән 8:3 иҫәбенә тамамланды. Ә Новополоцк (Белоруссия) уйынсылары Грац (Австрия) ҡалаһы үҫмерҙәрен 5:1 иҫәбе менән тар-мар итте. Унан һуң Харьков Даугавпилс спортсыларын 3:1 иҫәбе менән ҡыйратты.
Өфөләр менән Келоуна (Канада) ҡалаһы хоккейсылары араһындағы алыш та сәмле барҙы.
Уйындар “Өфө-Арена”, Спорт һарайҙарында, “Олимпик-парк”та, “Биатлон” спорт һауыҡтырыу комплексында 2 мартҡа ҡәҙәр дауам итәсәк. Йәш спортсылар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, тау саңғыһы, саңғы уҙышы, спорт ориентиры, сноуборд буйынса көс һынашасаҡ. Спорт ярыштарынан тыш, балалар өсөн төрлө күңел асыу саралары ҡаралған: үҫмерҙәр музейҙарҙа буласаҡ, ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ.


Вернуться назад