Биш секунд барыһын хәл итте...28.02.2013
“Ах” итерлек, башты тотоп “уф” тиерлек хәлдәр спортта йыш булып тора. “Салауат Юлаев” менән Магнитогорскиҙың “Металлург” хоккейсыларының сираттағы дүртенсе уйыны быны тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Унан алдағы уйында беҙҙең команда үҙ көйәрмәндәрен көйҙөрмәһә, быныһы инде көйҙөрҙө тәк көйҙөрҙө. Тәүге осорҙо ҡаршы яҡтарҙың бер-береһенең көсөн һынауы тип иҫәпләһәк, икенсеһендә майҙан хужалары — Брент Сопел менән Андрей Зубарев, ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһында ут тоҡандырып, шайбаларын тоҫҡаған сәптәренә алып барып еткерҙе. Уның ҡарауы, өсөнсө осорҙа аҙсылыҡта башлаған “Салауат Юлаев”ты, әйтерһең, “ҡырау” һуҡты: бер-бер артлы өс шайбаға “йәшел ут” ҡабыҙҙылар. Ике тапҡыр Кэлу О,Райли, өсөнсөгә Матс Цуккарелло беҙҙең ҡапҡаны “яуланы”. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: өсөнсө гол финал тамамланыуға 5 секунд ҡалғас инде.
Ни хәл итәһең, халыҡта, үткән эш — бөткән эш, тигән әйтем бар. Шуның менән мәғәнәһеҙ еңелеүгә сик ҡуйылып, алдағы уйындарҙа “Салауат Юлаев” хаталарҙан һабаҡ алыр, тигән өмөттә ҡала көйәрмәндәр.


Вернуться назад