Барыһы ла — еңеүсе27.02.2013
Барыһы ла — еңеүсеСибайҙа сәләмәт тормошто пропагандалауға һәм спортты үҫтереүгә иғтибар арта. Яҙын һәм көҙөн йүгерергә сыҡһалар, ҡышын бергәләп саңғыға баҫалар. Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәновтың хәстәрлеге менән спорт мәктәптәре коньки, саңғылар менән тулыланды, “Буран” ҡаргиҙәре һатып алынды.

Ошо көндәрҙә улар Мәжит Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында саңғыла уҙышты. Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан да килеп еткәндәр. Бына беренселәрҙән булып 13 — 15 йәшлектәр араһындағы ярышҡа старт бирелде. Саңғысылар алға ынтылды. Бер аҙҙан көйәрмәндәрҙең ҡысҡырыуы, кемдәрҙелер Барыһы ла — еңеүседәртләндергәне ишетелде. Тимәк, финишҡа яҡынлашалар.
Шуныһы ҡыуаныслы: йәштәр менән бер рәттән өлкәндәр ҙә бар ине. Хәйбулла районынан килгән Фәтих Сынбулатовҡа — 72 йәш. “Саңғыла йөрөү һаулыҡты ла нығыта, кәйефте лә күтәрә”, — ти ул. Хатта ғаиләләре менән килеүселәр бар. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Илһам Әбделғужин саңғы уҙышында ҡыҙы Таңсулпан менән йыл һайын ҡатнаша икән.
Әлбиттә, алдынғылар асыҡланды, әммә сәләмәт тормошто һайлап, спорт менән дуҫ йәшәгән һәр кемде еңеүсе тип атарға мөмкиндер.


Вернуться назад