Баш ҡалабыҙ был мәртәбәле ваҡиғаға ныҡлы әҙерләнде. Уйындар дүрт махсус аренала үтәсәк. Уларҙың һуңғыһын — “Олимпик-парк” комплексындағы тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр мәктәбе Ватанды һаҡлаусылар көнөндә сафҡа инде. Уны асыу тантанаһына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та килде.
Көндөң һалҡынсараҡ булыуына ҡарамаҫтан, “Олимпик-парк” иртәнән халыҡ менән тулы ине. Айырыуса балаларҙың күплеге күҙгә салынды. Улар өлкәндәрҙән ҡалышмай тау саңғыһында оҫта елдерҙе, ә иң кескәйҙәре тюбингтан шыуҙы. Барыһы ла бер тауыштан парк кисергән үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәт булыуын билдәләне.
Ысынлап, “Олимпик-парк” танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, әҙерлектең төплө булғаны һиҙелә. Яңы төҙөлгән тау саңғыһы спорты мәктәбенән тыш, битләү 15 метрға киңәйтелгән, яңы яҡтыртыу, тауыш менән тәьмин итеү системалары урынлаштырылған, хронометраж алмаштырылған. Шулай уҡ ике судья йорто һәм күп кимәлле автомобиль туҡталҡаһы эшләнгән.
Тантанаға атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты Светлана Гладышева ла килгәйне. Ул да яңы
бинанан бик ҡәнәғәт ҡалды. Ҡунаҡтарҙы һәм йәш спортсыларҙы Рөстәм Зәки улы сәләмләне.
— Бөгөн беҙ Рәсәйҙәге иң яҡшы тау саңғыһы спорты мәктәбен сафҡа индерәбеҙ. Был — берҙәм хеҙмәт емеше. Төҙөлөш өсөн күп аҡса биргән “Газпром” корпорацияһына ҙур рәхмәт! Көнө-төнө эшләгән төҙөүселәргә лә рәхмәт, иң мөһиме — һөҙөмтә бар һәм ул беҙҙең алда, — тине Рөстәм Хәмитов.
Яңы бина төҙөлөшөнә бер йылдан кәмерәк ваҡыт киткән. Хәҙер уның эсендә заман талаптарына ярашлы эшләнгән тау саңғыһы ҡорамалдарын һаҡлағыс, тренажер залы, спортсылар һәм тренерҙар өсөн бүлмәләр, медицина пункты, душ, уңайлы һәм йылы сисенеү урындары бар. Беренсе ҡатта тау битләүендәге хәлде күҙәтеү системаһы урынлаштырылған, унда нимә булыуын эстән экран аша ла күрергә була. Бер һүҙ менән әйткәндә, хәҙер республикала заманса, уңайлы һәм спортты үҫтереү өсөн үтә кәрәкле мәктәп бар.
Тау битләүенең халыҡ-ара ярышҡа әҙерлеге кимәлен Рөстәм Хәмитов үҙе баһаланы — тәүгеләрҙән булып ул шыуып төштө.