Өфөлә бишенсе тапҡыр Европа чемпионаты булдыЯрата беҙҙең халыҡ мотоуҙыш спортын! Баш ҡаланың “Төҙөүсе” стадионында алма төшөрлөк урын юҡ. Һәр кем түҙемһеҙләнеп старт бирелер мәлде көтә.
Үҙен Буранбай Ҡотлобирҙин булам тип таныштырған ағай бында үткән ярыштарҙың береһен дә ҡалдырмауын һөйләп алды:
– Өфөлә Европа чемпионы бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Һәр береһендә беҙҙекеләр еңмәй ҡалғаны юҡ. Иң тәүгеһендә Ғабдрахман Ҡадиров чемпион булғайны, унан – Борис Самородов. 38 йылдан һуң Дмитрий Буланкин “алтын”ды эләктерҙе. Дүртенсеһендә, өс йыл элек, Андрей Шишегов иң юғары баҫҡысҡа күтәрелде. – Шунан әңгәмәсем миңә һынамсыл ҡарап: – Был юлы кем булыр? – тип һораны.
Йәнәшәләге егет минән алдан өлгөрҙө:
– Әлбиттә, Красников!
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, чемпионатта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, стадион етәкселегенә боҙҙо шымартыу өсөн махсус
ҡулайлаштырылған автомобиль асҡысы тапшырғас, егеттәр “тимер аттарын” ажарландырып старт һыҙығына килеп баҫты.
Башланды! Тәүге заездан уҡ юғары һөҙөмтә менән ҡыуандырған Рәсәй һәм донъя чемпионы Николай Красников ярым финалдың иң көслө спортсыһы булып танылды. Икенсе – Сергей Логачев (Благовещенск), өсөнсө – Харальд Симон (Австрия). Үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы Игорь Сәйҙуллин ярышты яҡшы ғына башлағайны ла, 14-се урауҙа боролошта йығылып, ике мәрәйен юғалтты.
Чемпионаттың икенсе көнөн айырыуса түҙемһеҙлек менән көтөп алды көйәрмәндәр. Бөгөн нисек булыр? Шул саҡ кемдер уйынлы-ысынлы:
– Красников уҙышып тормаһа ла ярай, барыбер чемпион буласаҡ, – тине.
Барса халыҡ күңеленән Европа чемпионы итеп Николай Красниковты ҡабул итһә лә, айырыуса мотоуҙышта бөтәһен дә алдан күҙаллау мөмкин түгел, күрәһең. 18-се урауҙа көтөлмәгән осраҡ хәлде үҙгәртте. Сәйҙуллин тәүге әйләнештә Красниковтан (икеһендә лә 12-шәр мәрәй ине) 10 метр самаһы арттараҡ килһә лә, тора-бара тиҙлеген арттырып, финиш һыҙығын беренсе үтте. Шулай итеп, Европа чемпионы булып Красников түгел, ә Сәйҙуллин танылды.
Кем һуң Игорь Сәйҙуллин? Йәш чемпион 1993 йылда Каменск-Уральск ҡалаһында тыуған. Алты йәштән – мотокросс, ә 15 йәшенән боҙҙағы мотоуҙыш менән шөғөлләнә.
– Красниковты бик тә еңәһе килгәйне, – тине ҡыуанысынан егет. – Өсөнсө әйләнештә уны ҡыуып етә башлағас, еңә алам бит, тигән уй үтте баштан. Еңдем дә!
Хәҙер Сәйҙуллинға суперлиганың Тольяттиҙа үтәсәк йомғаҡлау ярышында, Новосибирскиҙа Рәсәй Кубогында миҙгелде уңышлы тамамлайһы бар.
Яҡташыбыҙ Николай Красников республикала мотоспортты үҫтереү эшенә ныҡлап тотонасағы хаҡында белдерҙе.
– Киләһе ял көндәрендә Тольятти ҡалаһында аҙаҡҡы тапҡыр боҙға сығасаҡмын, – тине ул.