Ниһайәт, Гагарин кубогына ысын мәғәнәһендә көрәш башланды! Континенталь хоккей лигаһының плей-офф уйындарында сығыш яһау хоҡуғына эйә командалар хәҙер үҙ-ара көс һынаша. Магнитогорск "Металлург"ы менән тәүге осрашыуҙа "Салауат Юлаев", өҫтәмә ваҡытты файҙаланып булһа ла, еңеүгә өлгәште. Баҡһаң, ынтылыш етерлек булғанда, ҡорос та бөгөлә икән.
Быйыл плей-офф уйындары үтә көсөргәнешле булмаҡсы. Көнсығыш конференцияһында финалға үтер өсөн "Аҡ барыҫ" менән "Нефтехимик", "Авангард" менән "Себер", "Трактор" менән "Барыҫ" көрәшә. Күп белгестәр фекеренсә, улар араһында еңеүгә дәғүәселәр төҫмөрләнә, айырыуса тәүгеләре өҫтөнлөк алырлыҡ. Ләкин Өфө менән Магнитогорск араһындағы көрәштә ике яҡ та тигеҙ күренә.
Ә бына Көнбайыш конференцияһында "СКА" менән беҙҙекеләр ярҙамында плей-офта ҡатнашыу хоҡуғын алған "Атлант" уйнай. Шулай уҡ "ЦСКА" менән "Лев", "Локомотив" менән "Северсталь", Мәскәүҙең "Динамо"һы менән "Слован" көс һынаша. Бында ла фавориттар алдан билдәле, шулай ҙа көтөлмәгән хәлдәр булыуы ихтимал, ти белгестәр. Әйткәндәй, букмекерҙарҙа ла быйыл Гагарин кубогына төп дәғүәсе булып "СКА" менән "Авангард" һанала. Әлбиттә, Өфө клубы көйәрмәндәре һис кенә лә уларҙың фекере менән риза түгелдер. "Трактор"ҙың көйәрмәндәре лә Силәбегә метеорит төшөүен күктән яһалған шәп билдә тип иҫәпләй. Йәнәһе лә, "күк ҡунағы" — Гагарин кубогының бында төпләнәсәгенә ишара. Шулай ҙа "Барыҫ"ҡа ҡаршы көрәште улар еңелеүҙән башланы. Былай барһа, силәбеләргә метеорит менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килмәгәйе.