Башҡортостанға килгән Финляндия делегацияһы “Өфө-Арена”ла милләттәштәре менән осрашты. Хоккей буйынса донъя чемпионы Антти Пильстрем әлеге мәлдә “Салауат Юлаев”тың һөжүмсеһе, ә Илари Някель – ҡапҡасылар тренеры.
Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Финляндияның Европа һәм тышҡы сауҙа эштәре буйынса министры Александер Стубб “Өфө-Арена”ны урап үтмәне. “Мин үҙем дә 16 йәшкә тиклем хоккей уйнаным, атайым да спорттың ошо өлкәһендә эшләй, бер мәл Финляндияның хоккей ассоциацияһының башҡарма директоры булды”, – тип белдерҙе ул.
Ҡунаҡтарҙы боҙ һарайы менән “Салауат Юлаев” хоккей клубының генераль директоры Рөстәм Ишалин таныштырҙы. Финляндия министры “Өфө-Арена”ны “бишле”гә баһаланы.
– Халыҡ-ара кимәлдәге иҫ китмәле боҙ һарайы. Хәҙер мин Пильстремдың ни өсөн нәҡ Өфөнө һайлауын төшөндөм, – тине Александер Стубб. Ҡунаҡтар балаларҙың “Салауат Юлаев” командаһы тураһындағы һүрәттәр күргәҙмәһен ҡараны, боҙ майҙанында булды, яуланған трофейҙар – кубоктар һәм миҙалдар менән танышты. Күнекмәләр өсөн тәғәйенләнгән хоккейсыларҙың боҙ майҙансығы ла уларға бик оҡшаны.
Дәүләт эшмәкәре үҙенең милләттәштәре – Антти Пильстрем һәм Илари Някель менән аралашырға ла ваҡыт тапты. Осрашыу аҙағында уға “Салауат Юлаев”тың футболкаһын бүләк иттеләр. Александер Стубб ошо формала үҙенең яратҡан уйынсыһы менән фотоға төштө.
Беҙ “Салауат”тың һөжүмсеһенән һәм ҡапҡасылар тренерынан был осрашыуҙан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
– Шундай ҙур етәкселәрҙең беҙҙең ҡалаға килеп, осрашырға теләк белдереүе ҙур ҡыуаныс, әлбиттә, – тине Антти Пильстрем. Әйтеүенсә, ул Өфөлә Финляндияны юҡһынмай тиерлек. Быға һөжүмсенең ваҡыты ла ҡалмай. Тиҙҙән ҡатыны һәм өс балаһы ла бында күсергә тейеш, ул саҡта уға күпкә еңелерәк буласаҡ.
Ҡапҡасылар тренеры Илари Някелгә лә Өфө бик оҡшаған. Ул урыҫ телендә лә яҡшы аралаша. “Бик матур ҡала, хатта ҡайһы саҡта урам буйлап та йөрөп киләм. Команда ла көслө. Әлбиттә, тәүҙәрәк ҡатмарлыҡтар булды, әммә һуңғы мәлдә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә”, – тине тренер.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН