Беҙ — тәүге өсәү иҫәбендә!15.12.2011
Кисә Өфөнөң “Динамо” стадионында Милли көрәш буйынса чемпионат һәм Рәсәй беренселеге еңеүселәре билдәләнде. Спортсыларҙы республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, Рәсәйҙең Көрәш федерацияһы президенты Зәүҙәт Миңләхмәтов, ярыштың баш судъяһы Вәкил Ильясов тәбрикләне.
— Ике көн барған көсөргәнешле ярыш милли көрәштең ҙур майҙандарҙы яуларына ныҡлы ышаныс тыуҙырҙы, — тине Александр Павлович. — Киләсәктә был спорт төрөн Олимпия төрҙәренә индереү буйынса ҙур эш алып барыласаҡ.
Йәштәр араһында — алты, өлкәндәрҙә туғыҙ ауырлыҡ категориялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Дөйөм алғанда, командалар араһында беренсе урынды Татарстан командаһы яуланы. Икенсе баҫҡыста — Башҡортостан, өсөнсөлә — Пермь крайы көрәшселәре.
Майҙанда көс һынашҡан батырҙар, уларҙың тренерҙары ярышты яҡшы кимәлдә ойошторғаны, көрәш сәме тыуҙырғаны өсөн Башҡортостан етәкселегенә, көйәрмәндәргә рәхмәт белдерҙе, милли спорт төрөн үҫтереү буйынса бергәләп эшләү фекерен ҡеүәтләне.
Г. ИРХАНОВА.


Вернуться назад