Алтын миҙалды кире ҡайтарырға!19.02.2013
Алтын миҙалды кире ҡайтарырға!Ял көндәрендә Өфөнөң “Төҙөүсе” стадионы халыҡ менән шығырым тулы ине. Меңәрләгән көйәрмән боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Рәсәй чемпионаты барышын күҙәтте. Унда иң көслөләрҙән иҫәпләнгән ете клуб спортсылары көс һынашты.

– Ах, Красников!
Бығаса еңелеү белмәгән яҡташыбыҙҙың мотоциклы тәүге әйләнештәрҙә үк боҙолоуы барса халыҡтың кәйефен төшөрҙө. Командалағы дуҫы Дмитрий Колтаков, күпме генә тырышмаһын, Тольятти егеттәрен ҡыуып етә алманы. Башҡаларында беҙҙекеләр уңышлы сығыш яһаһа ла, мөмкинлек ҡулдан ысҡынғайны – һөҙөмтәлә икенсе урын менән мөрхәтһендек.
Турнирҙың икенсе көнөндә лә Красниковтың “аты” көйһөҙләнде.
Шулай итеп, чемпионатта тәүге урынды “Мега-Лада” командаһы яуланы, өфөнөкөләр икенсе урын менән ҡәнәғәтләнде. Пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына Благовещен ҡалаһының “Амур-спидвей” командаһы күтәрелде.
Алтын миҙалды кире ҡайтарырға! Быйылғы миҙгелдә ана шундай маҡсат ҡуйған Өфө егеттәре 1 – 2 мартта Тольятти ҡалаһында үтәсәк йомғаҡлау этабында еңгәндә генә үҙҙәренең моратына ирешер, моғайын.


Вернуться назад