Иң таһыллы балалар Өфөгә йыйына14.02.2013
Иң таһыллы балалар Өфөгә йыйынаБашҡортостанда республика, ил, донъя күләмендәге төрлө ярыштар, бәйгеләр әленән-әле үткәрелә. Тиҙҙән Өфөлә VI Халыҡ-ара балалар уйындары башланасаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, бәләкәй Олимпиада ярыштары тип ҡабул ителгән был сараға әҙерлек нисек бара? Балалар уйындары дирекцияһы етәксеһе, баш ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Сергей СТЕПАНОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

– Сергей Александрович, иң тәүҙә балалар уйындарының тарихы хаҡында һөйләһәгеҙ ине?
– Был сара беренсе тапҡыр 1968 йылда Словенияның Целе ҡалаһында үткәрелә. Унда Европаның ни бары туғыҙ ҡалаһынан йәш спортсылар йыйылһа, һуңғы осорҙа көс һынашырға теләгән илдәр, ҡалалар бермә-бермә арта. Ә 1994 йылда тәүге ҡышҡы уйындар ойошторола. Ошоғаса бындай сараларҙа биш ҡитғаның 86 иленән 411-ҙән ашыу ҡала командаһы ҡатнашҡан. Быйылғыһы Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр Өфөлә үтеүе менән әһәмиәтле.
– Ни өсөн тап беҙҙә?
– Әлбиттә, бының үҙ ғилләһе бар. Башҡортостанда спортҡа, сәләмәт тормош өлгөһөнә ҙур әһәмиәт бирелә. Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһендә лә халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу төп фекер булып үтә. Йәштәрҙең генә түгел, үҫмерҙәрҙең дә, балаларҙың да ил, донъя күләмендәге ярыштарҙа әленән-әле еңеү яулауы – шуға асыҡ дәлил.
Ә сираттағы уйындарҙы Өфөлә үткәрергә тигән ҡарарға Шотландияның Ланаркшир графлығындағы ярыштан һуң килделәр. Унда ойоштороу комитеты ағзалары беҙҙең уҡыусыларҙың уңышына хайран ҡала һәм Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына башлай.
– Ҡайҙан, кемдәрҙең килеүе көтөлә?
– Сит илдәрҙән – 28, Рәсәйҙең 30 ҡалаһынан 859 спортсыны көтәбеҙ. Йәнә Көньяҡ Корея, Словакия үҙҙәренең вәкилдәрен ебәрәсәк. Улар был уйынды уҙғарыу тәжрибәһен өйрәнергә теләй. Шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары – Алина Кабаева, Ирина Роднина, Дмитрий Носов, Анатолий Карпов, Николай Валуев кеүек билдәле спортсылар килә.
– Уйындарҙың башҡа бәйгеләрҙән айырым үҙенсәлеге бармы?
– Әлбиттә, бар. Мәҫәлән, бүтән ярыштарҙа, ғәҙәттә, иң көслөләрҙән тупланған йыйылма командалар булһа, бында ҡала командалары көс һынаша. Өфөнөкөләр спорттың бөтә төрҙәрендә лә ҡатнашасаҡ. Беҙҙең составҡа 58 спортсы, 10 тренер инде. Хоккей буйынса “Салауат Юлаев” командаһының кесе төркөмө республика данын яҡлаясаҡ. Учалы, Күмертау, Белорет, Октябрьский, Стәрлетамаҡ уҡыусылары бар.
Шуныһы ҡыуаныслы: тамашалар түләүһеҙ буласаҡ. Әле үк 50-нән ашыу белем усағы ярыштарҙы ҡарарға теләген белдерҙе.
– Әлбиттә, бындай сараларҙы ойоштороу ярайһы сығым талап иткәндер…
– Ысынлап та шулай. Мәҫәлән, “Олимпик-парк” үҙәгендә тау саңғыһы һәм сноуборд буйынса балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбен өр-яңынан төҙөү өсөн 100 миллион һум самаһы аҡса сарыф ителде, йәнә башҡа төҙөкләндереү эштәре өсөн шунса аҡса тотонолдо. Был сумманы уйындарҙың бағыусыһы булған “Газпром” йәмғиәте бирҙе. Ә бюджет аҡсаһы, нигеҙҙә, ҡаланы төҙөкләндереүгә китте. Йәнә башҡа бағыусылар ярҙамы менән шорт-трек, сноуборд ярыштары үтәсәк урынды йыһазландырыу өсөн ҡорамалдар алынды.
– Уйындарҙы уҙғарыуға ирекмәндәр ҙә ярҙам күрһәтәсәк, тиҙәр.
– Һис шикһеҙ. Сараға 600 ирекмән йәлеп ителә, уларҙың 500-ө сит телде яҡшы белә. Йәш спортсылар, ҡунаҡтар менән мөғәмәлә итергә өйрәтеү өсөн ирекмәндәргә махсус дәрестәр уҙғарылды. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, ҡала транспортында бушлай йөрөйәсәк.
Был сараны ярыш тип кенә ҡабул итергә ярамай. Төрлө илдәрҙән килгән балалар өсөн ул үҙ-ара танышыу, дуҫлыҡ байрамына әүереләсәк. Уҡыусылар баш ҡалабыҙҙың төрлө музейҙары, иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ, бихисап күңел асыу программаһы ҡаралған. Өфөнөң иң яҡшы ашнаҡсылары спортсыларҙы башҡорт милли аш-һыуы менән һыйларға әҙерләнә.
Уйындар 27 февралдә киске сәғәт 7-лә Спорт һарайында асыла. Бәйгене ябыу тантанаһы ла 2 мартта шунда уҡ буласаҡ.


Вернуться назад