Спорт туризмына иғтибар арта13.02.2013
Белорет районының “Ар ташы” ял базаһында “Башҡортостан сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы” тигән спорт уйындарының спорт туризмы буйынса республика беренселеге тамамланды. Ярышта Балтас, Белорет, Благовар, Бөрө, Ғафури, Краснокама, Яңауыл райондарынан, шулай уҡ Өфө һәм Октябрьский ҡалаларынан барлығы 110 спортсынан торған 11 команда ҡатнашты. Ауыл райондары командалары — III, ә ҡалғандар IV класлы дистанцияларҙа көс һынашты.
Тәүге көндә спортсылар оҙон араға төркөмләп ярышты. Һәр береһе алты кешенән торған командаларға өс сәғәт эсендә саңғыла 6 километр йүгереп, төрлө һынау үтергә кәрәк ине. Ярыштың икенсе көнөндә бер-береһенә бау менән бәйләнгән командалар ярышты.
Ауыл райондары араһында ике көн йомғаҡтары буйынса дөйөм команда иҫәбе буйынса Ғафури командаһы еңеү яуланы, икенсе урынды — Благовар, өсөнсөнө Краснокама спортсылары бүлеште. Хакимиәттәре берләштерелгән муниципаль райондар араһында Бөрө командаһы еңеп сыҡһа, белореттар — икенсе, яңауылдар өсөнсө урынды алды.
Ҡала округтары араһында Октябрьский командаһы иң яҡшылар сафында булды, Өфөнөң Орджоникидзе районы — икенсе, ә баш ҡала үҙе өсөнсө урынға сыҡты.