Төлкө – хәйләкәр йәнлек. Уны тотоуы бик ауыр, сөнки ҡойроҡтары менән һепереп, эҙен йәшерә бара, тиҙәр. Ә бына Өфөнөң Киров районындағы балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәгендә ойошторолған радиопеленгация берекмәһендә шөғөлләнеүселәр махсус ҡоролма ярҙамында «төлкө»нө тиҙ генә эҙләп таба. Бындай уйын «Төлкөгә һунар» тип атала.
Радиопеленгацияны үҫмерҙәр айырыуса ярата. Шундайҙарҙың береһе – Аделина Ғәбделнафиҡова.
Ҡыҙ ҡалалағы 22-се мәктәптең VII класында белем ала. Берекмәлә икенсе йыл ғына шөғөлләнһә лә, Киров районы мәктәптәре һәм берекмәләре араһында – беренсе, республика чемпионатында икенсе урынды яуланы. Ихтыяр көсө, маҡсатҡа ынтылышы Аделинаға спортта ла, уҡыуҙа ла уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек бирә.
Уҙған йыл ҡыҙ өсөн айырыуса иҫтәлекле булды: Муса Гәрәевтең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған ярышта тап ул еңеп сыҡты.
– Уҡытыусыларыма, тренерҙарыма рәхмәт, – ти Аделина. -– Улар ярҙам итмәһә, ошондай үрҙәр яуламаҫ инем. Артабан да һынатмаҫҡа иҫәбем.