Көндәрҙе һанай башланыҡ09.02.2013
Тарихта беренсе тапҡыр Сочиҙа үтәсәк XXII ҡышҡы Олимпия уйындарына ( 7– 23 февраль) теүәл бер йыл ҡалды. Илдең бер нисә ҡалаһында ошо мөһим сараға нисә көн ҡалыуын күрһәтеүсе сәғәттәр ҡуйыу тантанаһы булды.

Ҡыҙыл майҙандағы сәғәт телдәрен Рәсәй Президентының Үҙәк федераль округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Беглов ҡуҙғатып ебәрҙе. Тантанала шулай уҡ Мәскәү ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Собянин, билдәле спортсылар Светлана Журова, Светлана Хоркина, Олеся Владыкина һәм Иван Ухов ҡатнашты.
Ошондай уҡ сәғәттәр Рәсәйҙең һигеҙ федераль округы үҙәгендә – Санкт-Петербургта, Түбәнге Новгородта, Дондағы Ростовта, Екатеринбургта, Новосибирскиҙа, Пятигорскиҙа, Хабаровскиҙа – уйындарға ҡалған көндәрҙе һанай башланы.
Сәғәтте Халыҡ-ара олимпия комитетының партнеры “Омега” компанияһы эшләгән. Уның бейеклеге – 6 метр 16 сантиметр, ауырлығы – 7 800 килограмм.
Сочи ҡалаһындағы сәғәтте Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Жак Рогге хәрәкәткә килтерҙе.
Ошо уҡ көндән Олимпиада ярыштарын ҡарауға билеттар һатыла башланы.


Вернуться назад