Майҙан — батырҙарҙыҡы!14.12.2011
Майҙан — батырҙарҙыҡы!Кисә Өфөнөң “Динамо” стадионы Милли көрәш буйынса чемпионат һәм Рәсәй беренселеге ярыштарын ҡабул итте. Бөгөн унда финал алыштары үтә.
Республикала милли көрәште үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Быйылғы эштәрҙе генә барлағанда, был төр спорт буйынса Башҡортостан Президенты Кубогына һабантуй еңеүселәре араһында I асыҡ республика турниры, Салауат ҡалаһында чемпионат һәм Рәсәй беренселеге ойошторолдо. Әлеге ярышта илдең 28 төбәгенән 300 тирәһе, шул иҫәптән Башҡортостандан 17 спортсы көс һынаша (беренселектә — 8, чемпионатта — 9).
Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, Рәсәйҙең Көрәш федерацияһы президенты Зәүҙәт Майҙан — батырҙарҙыҡы!Миңләхмәтов сығыш яһап, батырҙарға уңыштар теләне. “Олимп” өлгөлө эстрада-спорт студияһы, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының “Стардл” спорт-аэробика төркөмөнөң сығыштары ла көс, таһыл эйәләренә сәм өҫтәне.
— Был чемпионат 2013 йылда Ҡазан ҡалаһында үтәсәк Универсиадаға әҙерлектең бер этабы, — тине Зәүҙәт Миңләхмәтов журналистар өсөн ойошторолған матбуғат конференцияһында. — Милли көрәште донъяуи майҙанға сығарыу өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ.
Г. ИРХАНОВА.


Вернуться назад