“Беҙ ярышҡа әҙер”07.02.2013
Өфөлә VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары башланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Рәсәй тарихында беренсе булып беҙҙә үтәсәк мөһим сараға әҙерлек нисек, кемдәр килә? Өфө ҡала хакимиәте башлығыныћ беренсе урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов журналистар менән осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләне.
26 февралдән 3 мартҡа ҡәҙәр барасаҡ ярышта 19 илдән 58 (Рәсәйҙән – 30, сит илдәрҙән – 28) команда ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, Көньяҡ Кореянан, Словакиянан ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
Барлыҡ спорт объекттары уйындарҙы үткәреү өсөн әҙер. “Олимпик-Парк” иһә бына-бына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Уйындарҙыћ баш секретары итеп Леонид Маркович (Мәскәү) билдәләнгән, 1998 йылда Наганола үткән Олимпиадала ҡатнашҡан Өфө егете Андрей Кривошеев баш судья вазифаһын башҡара.
Ярышта Өфө уҡыусылары спорттыћ уйын шарттарында ҡаралған бөтә төрҙәре буйынса көс һынаша һәм күпселекте тәшкил итә. Беҙҙећ составта – 57 спортсы, 10 тренер.
Әлбиттә, алыш көсөргәнешле барасаҡ. Ярыштарҙы ҡарарға республикабыҙҙыћ төрлө ҡала һәм райондарынан уҡыусыларҙыћ күпләп килеүе көтөлә, инеү бушлай. Сараныћ именлеген һаҡлау өсөн 400 полиция хеҙмәткәре, йәнә шәхси һаҡ агентлыҡтары йәлеп ителә, 600-ҙән ашыу ирекмән (волонтер) уйынды ойоштороу өсөн ҙур көс һаласаҡ. Уларҙыћ 500-ҙән ашыуы сит телдәрҙе яҡшы белә.
Ял ваҡыттарында ҡала буйлап экскурсиялар, төрлө мәҙәни саралар уҙғарыу күҙаллана.
Әйткәндәй, был уйындарҙыћ флагын билдәле яҙыусы, сәйәхәтсе Камил Йыһаншин былтыр Арарат тауына мендереп ҡаҙаһа, бер аҙҙан ул Олимпия уйындарыныћ тыуған ере Грецияныћ Олимп тауында ла елберҙәй башланы. Ә Ирәмәлдећ түбәһенә уны Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов етәкселегендәге төркөм алып менде.