"Аҡ барыҫ"ҡа лайыҡлы яуап05.02.2013
"Аҡ барыҫ"ҡа лайыҡлы яуапЮлаевсылар үҙҙәрен иҫәптән алып ташларға иртәрәк икәнен тағы бер ҡабат раҫланы. Бигерәк тә Көнсығыш конференцияһы лидерҙарына ҡаршы уйындан һуң көйәрмәндәрҙең өмөтө ҡабаттан уянды.

Дәғүәселәрҙең дә ниндәйе бит әле! Былтыр финалға еткән "Авангард"ты 6:1 иҫәбе менән еңеү юлаевсыларҙың иңенә ҡанат ҡуйҙы буғай. Ҡазандың быға тиклем еңелеү кисергән "Аҡ барыҫ"ы ла Өфөгә фәҡәт еңеү артынан килгәйне, шуға күрәлер бик күптәребеҙ был осрашыуҙа күпкә өмөт итмәне тиһәк, һис хата булмаҫ. Күрше команданан 9:3 иҫәбенә хурлыҡлы "туҡмалыуыбыҙҙы" көйәрмәндәр онотмаған әле...
Әммә уйынсыларыбыҙ башҡа төрлө фекерҙә булып сыҡты. Тәүҙән үк һөжүмгә ташланған юлаевсылар ташҡынды хәтерләтте. Бер нисә йыл рәттән иң яҡшы ҡапҡасылар исемлегендә торған Константин Барулин да ярҙам итмәне: өсөнсө осор башланыр алдынан иҫәп 2:0 ине.
Әлбиттә, бер осорҙа ике шайбаны "ҡайтарыу" өсөн артыҡ батырлыҡ кәрәкмәй кеүек – Ҡазан хоккейсылары ошоға өмөт иткәндер ҙә. Әммә "Салауат Юлаев", тағы ла өсәүҙе индереп, уларҙың бөтөн өмөтөн селпәрәмә килтерҙе. "Аҡ барыҫ" иһә аҙаҡҡы егерме минут дауамында Ииро Таркки ҡапҡаһына яҡын да килә алманы. Ҡазан клубы көйәрмәндәренә ошоғаса бындай күңелһеҙ хәлгә шаһит булырға тура килмәгәйне.
Сираттағы еңеүҙән һуң юлаевсылар турнирҙың бишенсе баҫҡысына күтәрелде. "Северсталь" командаһының баш тренеры Андрей Назаров уларҙы Гагарин кубогына төп дәғүәселәрҙең береһе тип атап өлгөрҙө. Күптән түгел Штефан Ружичка, Брент Сопел кеүек уйынсылар менән көсәйгән "Салауат Юлаев"тың һуңғы еңеүҙәре хоккейсыларыбыҙҙың шәп кәйефенәнме, әллә еңеүгә ынтылышы һөҙөмтәһеме икәнен регуляр миҙгелдең "Нефтехимик", "Северсталь" һәм "Динамо" (Минск) командаларына ҡаршы аҙаҡҡы уйындары асыҡлаясаҡ.


Вернуться назад