Кацио Тэраучи дәрестәре05.02.2013
Өфөлә билдәле сэнсэй Кацио Тэраучи каратэ-до буйынса күнекмә семинар үткәрҙе. Япония ҡунағын баш ҡалаға “Окинава Годзю-Рю каратэ-до” спорт клубы етәксеһе Дамир Шамматов саҡырған.

Кацио Тэраучи – Морио Хигаоннының уҡыусыһы. 64 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙен көслө, һығылмалы тоя. Каратэ спорты буйынса бай тәжрибә туплаған шәхес үҙенең уңыш серҙәрен йәш быуынға өйрәтергә әҙер.
– Тәүҙә ике йыл дзюдо менән мауыҡтым, – тип хәтирәләргә бирелде ҡунаҡ. – Бер саҡ каратэ менән шөғөлләнеп ҡарау теләге тыуҙы. Башта бик ауыр ине, юҡ, минән булмаҫ, ташлармын, тип уйланым. Шулай ҙа көслө, таһыллы көрәшселәрҙе күргәс, уларға тиңләшкем килде.
Бөгөн Кацио Тэраучи Окинава Годзю-рю каратэ-до мәктәбе буйынса Японияның шеф-инструкторы, ил императорының шәхси һаҡсыларын күнектерә.
Таһыллы спортсы Өфөлә ике көн буйына балаларҙы күнектерҙе, көрәш алымдарын өйрәтте.
– Үҙеңде аямаҫҡа, йыбанмаҫҡа кәрәк. Бары шул саҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин, – тип кескәй дуҫтарына кәңәш бирҙе ул.
Кем белә, бәлки, япон ҡунағынан дәрес алған үҫмерҙәр тиҙҙән үҙҙәре лә шөһрәтле каратистар булыр әле.


Вернуться назад