“Авангард”тың юлын быуҙыҡ01.02.2013
“Салауат Юлаев” командаһы Континенталь хоккей лигаһының сираттағы матчында Омск ҡалаһының “Авангард”ы менән осрашты.
Былтыр сентябрҙәге алышта беҙҙекеләр “Авангард”тан 2:1 иҫәбе менән еңелгәйне, шуға ла ярыш алдынан көйәрмәндәрҙең күңелен икеле-микеле уйҙар биләүе ғәжәп түгел. Нимә генә тимә, дәғүәселәребеҙ ғәҙәти команда түгел – Көнсығыш конференцияһында иң көслөләрҙән һанала.
Уйындың 11-се минутында Антон Слепышевтың йылғырлығы менән “Авангард” ҡапҡаһына тәүге шайба осто, бер аҙҙан Сергей Зиновьев та үҙенең кемлеген күрһәтте. Икенсе уйында юлаевсылар йәнә бер-бер артлы өс “күстәнәс” елләне. Аҙаҡҡы уйында Алексей Кайгордов тағы бер шайба индерҙе…
Уйын беҙҙекеләр файҙаһына 6:1 иҫәбе менән тамамланды. Шулай итеп, “Салауат Юлаев” Көнсығыш конференцияһының бишенсе баҫҡысына күтәрелде. Ә дәғүәселәр, еңелеүенә ҡарамаҫтан, төп урынды биләй.
“Салауат Юлаев”ҡа плей-офф уйындарында ла үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек ҡалған кеүек.