Волонтерҙар уҡый31.01.2013
26 көндән баш ҡалала VI Халыҡ-ара балалар уйындарына старт биреләсәк. Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр Өфөлә үтәсәк мөһим ярышҡа спортсылар ғына түгел, волонтерлыҡ эшендә ҡатнашасаҡ студенттар, мәктәп, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ла ҡыҙыу әҙерләнә.

Республикала волонтерлыҡ хәрәкәте йылдан-йыл үҫеш ала. Улар төрлө сараларҙы ойоштороуҙа, уҙғарыуҙа тос ярҙам күрһәтә.
Ошоға бәйле Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән семинарҙа 400 самаһы кеше ҡатнашты. Йәш спортсылар, ҡунаҡтар алдында үҙеңде нисек тоторға, ниндәй мөғәмәлә күрһәтергә? Изге эшкә йөрәк саҡырыуы буйынса ҡушылғандар ошо йәһәттән файҙалы мәғлүмәттәр алды, коллективты берләштереү маҡсатында тренингта ҡатнашты.


Вернуться назад