Ричард Смит ҡәнәғәт24.01.2013
Тиҙҙән Өфөлә Балаларҙың бөтә донъя VI ҡышҡы уйындарына старт биреләсәк. Ошо сараға әҙерлекте тикшереү ниәтенән комитеттың генераль секретары Ричард Смит Өфөлә булды.

Ҡунаҡ ярыштар үтәсәк объекттарҙы – Спорт һарайын, “Өфө-Арена”ны, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексын, “Олимпик-Парк” тау саңғыһы үҙәген – ҡараны.
– Мөһим сараға яҡшы әҙерләнәһегеҙ. Башҡортостанда уйындарҙың юғары кимәлдә үтәсәгенә, ярышҡа килгән балаларҙың Рәсәйҙең был төбәгендә ҡунаҡсыл ҡараш тоясағына шикләнмәйем, – тине Ричард Смит.
Һуңынан республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта:
– Бөтәһе лә планға ярашлы бара. Әлбиттә, “Олимпик-Парк” тау саңғыһы үҙәгендәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә бер аҙ эштәр бар, әммә улар ҙа ошо арала хәл ителәсәк, – тине.


Вернуться назад