Былар ҡыҙыҡлы24.01.2013
Ҡолағын өҙөп алған
1997 йылда Майк Тайсон рингка Эвандер Холифилд менән көрәшкә сыға. Быға тиклем ул 57 һуғыштың 50-һендә еңгән була. Алыш өс раунд дауам итә. Өсөнсөһөндә, үҙенең бирешеп барғанын аңлап, “тимер” Майк (уның бокс донъяһындағы ҡушаматы шулай) еңелмәҫ өсөн дәғүәсеһенең ҡолағын тешләп өҙә. Һуғышты шунда уҡ туҡтаталар, ә Майк Тайсон хөкөмгә тарттырыла.

Футбол короле
Пелены йыш ҡына футбол короле тиҙәр. Ҡушамат танылған Бразилия футболсыһының планета беренселегендә – 1958, 1962, 1972 йылдарҙа өс тапҡыр еңеүенә бәйле. Ул ғәҙәти булмаған уйнау алымдары менән һоҡландыра. Ғүмеренең күп өлөшөн Пеле Бразилияның “Сантос” футбол клубында үткәрә.

Ни өсөн шахмат спорт
төрөнә индерелгән?
Бөгөн донъяның 120-нән ашыу илендә шахмат үҙаллы спорт төрө һанала. Шуға ла уны физик көс түгел, ә аҡыл ҡеүәһе талап иткән уйын булһа ла, күп илдәр спорт төрө булараҡ ҡабул иткән. Шахмат турнирҙарын үткәреүҙе күҙәткән ойошма ФИДЕ тип атала.

Нокауттар батшаһы
Иң күп нокаутты Америка боксеры Арчи Мура ҡуйған. Ул 1936 – 1963 йылдарҙа дәғүәсеһен 145 тапҡыр нокаутҡа ебәргән, шуның 129-ына профессиональ көрәштә өлгәшкән. Уның һәр һуғышында дәғүәсеһе 9 секунд буйы рингтан тора алмаған. Бындай рекордты әлегә берәү ҙә ҡабатлай алғаны юҡ. Әлбиттә, барлыҡ алышта ла тиерлек мәрәй буйынса еңгән боксерҙар бар. Әммә уларҙың нокауты аҙ. Бокста нокаут менән еңеү – иң яҡшыһы.

64 йәшлек Олимпия чемпионы
Олимпия уйындарының иң өлкән чемпионы – Оскар Гомер Сван. Ул 64 йәшендә “йүгереүсе болан”ға атыу буйынса алтын миҙал яулай. Был хәл 1912 йылда була. Бындай сәпкә атыу айырыуса мәргәнлек талап итә.

Иң йәш чемпион
Иң йәш Олимпия чемпионы – Барбара Перл Джонс. Ул 15 йәшендә эстафетала еңә. 1952 йылда Америка ҡыҙы, Хельсинки ҡалаһында эстафетаны 45,9 секундта йүгереп үтеп, донъя рекорды ҡуя. Шул уҡ йылда ҡыҙ, иң йәш Олимпия чемпионы булараҡ, Гиннесстың рекордтар китабына индерелә.

Иң боронғо спорт төрө
Еңел атлетика – иң боронғо спорт төрө. Ул Боронғо Грециялағы тәүге Олимпия уйындарынан бирле килә.


Вернуться назад