Йәш быуынды көслө итергә тырыша24.01.2013
Йәш быуынды көслө итергә тырышаМиҙхәт Мусаҡаевҡа ҡарайһың да һоҡланыу тойғоһо кисерәһең: бер үҙендә күпме илһам, дәрт туплаған ул. Күрәһең, ир аҫылы өсөн 60 йәш һис кенә лә олоғайыу билдәһе түгел, ә яңы тормош башы. Ул егеттәрсә янып-көйөп эшләй, киләсәккә ҙур өмөт бағлай, йәш быуынды физик һәм рухи яҡтан тәрбиәләп, халҡыбыҙҙың һаулығын спорт ярҙамында нығыта алыуына ихлас ышана.

Миҙхәт Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылында донъяға килә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Салауат исемендәге колхозда бер аҙ эшләп ала ла Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә. Унан ситтән тороп Мәскәүҙә Ленин орденлы Үҙәк физик культура институтында белем эстәй.
Һәләтле етәксе, спортсы 1989 йылда республикабыҙҙағы берҙән-бер физик культура техникумының директоры итеп тәғәйенләнә. Ә инде 1996 йылда ошо уҡыу йорто ерлегендә уның тырышлығы менән Стәрлетамаҡ физик культура институты (Урал дәүләт физик культура университеты филиалы) ойошторола.
Миҙхәт Биктимер улы етәкселегендә юғары уҡыу йортоноң даны хәҙер республикала ғына түгел, ил, донъя кимәлендә билдәле. 2010 йылда Ванкуверҙа уҙғарылған Паралимпиада ярыштарында дүрт алтын, бер көмөш миҙал яулаған Ирек Зарипов, өс алтын миҙалға лайыҡ булған Кирилл Михайлов, Лондондағы Паралимпиада чемпионы Михаил Зимин, бронза миҙал эйәһе Илья Первухин – ошо белем усағы студенттары.
Тағы ла шуны өҫтәп әйтергә була: һуңғы биш йылда ғына институтта 96 спорт мастеры, 153 кандидат әҙерләнә. Стәрлетамаҡ физик культура институтын һәм техникумын тамамлаған меңәрләгән белгес, спорт тренеры әле илебеҙҙең төрлө төбәгендә уңышлы эшләй.
Миҙхәт Мусаҡаев институттың матди-техник һәм спорт базаһын үҫтереүгә ҙур көс һала. Уның тырышлығы менән заманса аудиториялар, спорт һәм тамаша залдары, күркәм ашханаһы булған яңы уҡыу комплексы сафҡа индерелә. Ике йыл элек йөҙөү бассейны менән “Содовик” спорт комплексы институт ҡарамағына тапшырыла. Унда хатта донъя кимәлендәге ярыштарҙы уҙғарырға мөмкин.
Фән өлкәһендә лә Миҙхәт Биктимер улы уңышлы эшләй: уның бихисап уҡытыу-методик ҡулланмалары, монографиялары, китаптары донъя күрҙе. Рәсәйҙең Спорт министрлығы уҙғарған физик культура вуздарын аттестациялау буйынса дәүләт эксперт комиссияһы эшендә даими ҡатнаша. Абруйлы етәксе Стәрлетамаҡ районы Советына өс саҡырылыш рәттән депутат булып һайланды.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Миҙхәт Мусаҡаевҡа “БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре”, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде, ордендар менән бүләкләнде.
…Ҡала урамынан һәлмәк аҙымдар менән бер уҙаман килә. Спортты үҫтереү, йәш быуынды шул юҫыҡта тәрбиәләүгә күп көс һалған ҡалабыҙҙың абруйлы кешеһе Миҙхәт Мусаҡаев ул.


Вернуться назад