Вилухина көмөш миҙал яуланы...22.01.2013
Италияла үткән Биатлон буйынса донъя кубогының 6-сы этабында ҡатын-ҡыҙҙар араһында эстафета ярышы тамамланды.

Башҡортостан спортсыһы Ольга Вилухина һуңғы этапта Рәсәйҙең йыйылма командаһы өсөн йүгерҙе һәм немка Андреа Хенкель менән ярышты. Һуңғы атышта Вилухина өҫтәмә патрондарҙы ҡулланды, ә немка дистанцияның һуңғы саҡрымында алдынғылыҡты бирмәне. Һөҙөмтәлә Германия алтын миҙалға эйә булды. Вилухинанан тыш, Екатерина Глазырина, Ольга Зайцева һәм Екатерина Шумилова ингән Рәсәй командаһы чемпиондарҙан 17,4 секундҡа ғына артта ҡалды. Өсөнсө урынды Франция биатлонсылары яуланы.

...ә Семен Елистратов – алтын!

Швецияның Мальме ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Рәсәйҙең ирҙәр йыйылма командаһы 5 мең метрлыҡ эстафетала ватан тарихында тәүге тапҡыр алтын миҙал яуланы. Рәсәй спортсылары араһында Өфөнән Семен Елистратов та бар. Унан тыш, Евгений Козулин, Виктор Ан һәм Владимир Григорьев чемпион булды.
Финалда беҙҙекеләр Голландия командаһын еңеүгә өлгәште. “Бронза”ны венгрҙар алды.


Вернуться назад