Азамат Моратов: "Уф, үләм!..”19.01.2013
Комментатор ғына түгел, көйәрмәндәр ҙә "Салауат Юлаев" хоккей командаһының һуңғы уйынын ҡарағанда шулай уфтанғандыр. Ни тиһәң дә, Магнитогорскиҙың "Металлург"ы менән бәрелештәр һәр ваҡыт үтә лә көсөргәнешле бара. Был юлы ла тап шулай булды.

Венер Сафинды баш тренер вазифаһынан алғандан һуң уның урынына ваҡытлыса Владимир Юрзинов тәғәйенләнде, әммә бынан ғына хәлдәр ҡапыл ыңғай яҡҡа үҙгәреп китмәне. "Витязь" командаһын, былтыр чемпион булған "Динамо"ны ҡоро иҫәп менән еңһәк, "СКА"-нан отолдоҡ, ә "Аҡ барыҫ"тан 9:3 иҫәбенә еңелеүебеҙҙе күптәр оҙаҡ онота алмаҫ әле. Шуға күрә "Металлург" менән осрашыуҙы ла шикләнеп көттөк, локаут бөткәс тә океан аръяғына юл тотҡан Малкинһыҙ уның ҡеүәте юғалғанына берәү ҙә ышанманы.
Әлеге уйын, ысынлап та, бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Юлаевсылар "туҡмалыу" өсөн килмәгәндәрен тәүге минуттан уҡ иҫбатларға тотондо. Беренсе шайбаны ла беҙҙекеләр сәпәне: һаҡсы Кирилл Кольцов, әйткәндәй, ҡайһы саҡ иң шәп һөжүмселәрҙе хәтерләтә. Һуңынан уйын тигеҙләнде, беҙҙекеләрҙең йыш ҡына аҙсылыҡта уйнауы ла һөҙөмтәһеҙ ҡалмағандыр. "Металлург" өсөнсө осорҙа барыбер иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Әммә осрашыу тамамланырға бер нисә минут ҡалғанда ғына Александр Свитов беҙҙекеләрҙе тағы алға сығарҙы. Тегеләрҙең хатта, ҡапҡасыларын алып, дәррәү һөжүмгә ташланыуы ла ярҙам итмәне – юлаевсылар тағы ла ике шайба сәпәне! Ниһайәт, еңеү!
Ысынлап та, был уйын плей-офф осрашыуҙарын хәтерләтте. Минут һайын ул меңгә үҙгәреп китер кеүек ине. Нәҡ ошондай көсөргәнешле бер мәлдә, Азамат Моратов юҡҡа ғына башҡортса: “Уф, үләм!..” — тип әйтеп ысҡындырмағандыр. Юҡ, үлмәйбеҙ, еңәбеҙ әле!


Вернуться назад