Туристарҙы көтәбеҙ10.01.2013
Башҡортостан туризмды күрше төбәктәрҙән туристарҙы йәлеп итеү иҫәбенә үҫтерергә ниәтләй.
Ошо көндәрҙә Өфөлә Туризм буйынса агентлыҡ етәксеһе Артем Колесников Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа Силәбе өлкәһендәге туроператорҙар ярҙамында республикаға халыҡты йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде. Быйыл Учалы ҡалаһында Силәбенең туристик индустрия белгестәре өсөн төбәгебеҙҙең туризм-рекреация ҡеүәте менән таныштырыу сараһы үткәреү тураһында килешеүгә өлгәшелде.
— Әле Туризм буйынса агентлыҡ ошо өлкәне үҫтереү маҡсатында эшкә күрше төбәктәрҙәге Башҡортостан вәкиллектәрен әүҙемерәк йәлеп итергә ниәтләй, — тине Артем Колесников.