Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса 37-се донъя чемпионаты тамамланды.
Турнирҙың һуңғы көнө. Рәсәй менән Канада егеттәре бына-бына бронза өсөн алышҡа сығасаҡ. Нисек тә үҙебеҙҙекеләрҙе еңеүсе итеп күреү теләге менән янған көйәрмәндәр үҙ-ара әңгәмәләшә. Янымда ултырған берәүҙең:
– Исмаһам, “бронза”ны алһаҡ ярар ине, – тиеүенә икенсеһе шиген белдерҙе.
– Белеп булмай, канадалар ҙа бик көслө.
– Беҙҙекеләрҙе лә насар уйнай тип әйтеп булмай: донъя чемпионатында дүрт тапҡыр еңделәр. Иҫләйһеңме икән, 2011 йылда канадаларҙың кикреген нисек шиңдергәндәрен. Ул саҡта рәсәйҙәр финалдың икенсе уйынын 0:3 иҫәбенә отолоп тамамлағайны, әммә, тәнәфестән һуң 20 минутта бер-бер артлы биш шайба “бүләк итеп”, барыбер беренсе урынды алдылар бит, әй!
Бына көтөлгән секундтар башланды. Майҙан уртаһында шайба хәрәкәткә килде. Беҙҙекеләр көслө генә уйнай башланы түгелме! Биш минут үтеүгә Александр Хохлачев тәүге голды индерҙе. Ура-а-а! Күҙ асып йомған арала тигәндәй, команданың капитаны Наил Яҡупов ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына “үтә инеп китте”, тиҙҙән йәнә бер “күстәнәс” сойорғотто. Ике минуттан Канаданың капитаны Райан Ньюджент-Хопкинс яуапланы. Минут самаһы үттеме-юҡмы, Кирилл Дьяков иҫәпте 3:1 итте. Әммә ҡыуанырға иртә, кемдәргә ҡаршы уйнағанды оноторға ярамай! Икенсе уйын башында канадалар иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы. Быға тиклемге чемпионаттарҙан беҙ уларҙың кемлеген яҡшы беләбеҙ. Һуңғы өс йылда “бронза” менән хушһынһалар ҙа, 2009 йылға тиклем биш йыл рәттән “алтын”ды яуланылар.
Өсөнсө уйынды Рәсәй егеттәре күпселектә башланы һәм быны уңышлы файҙаланды: Кирилл Капустин Наил Яҡуповҡа бик яҡшы пас бирҙе һәм иҫәп — 5:4! Шулай ҙа ике яҡ та бирешергә теләмәне: уйын 5:5 иҫәбе менән тамамланды. “Сағандар” йәнә бер нисә ҡурҡыныс һөжүм яһаны. Овертаймда Валерий Ничушкиндың мәргәнлеге менән рәсәйҙәр дәғүәселәрен 6:5 иҫәбенә еңеүгә өлгәште. “Бронза” – беҙҙеке!
Чемпионаттың төп бүләге өсөн АҠШ менән Швеция командалары ла ныҡ яғалашты. Иң беренсе шайбаны былтырғы уйындарҙың чемпионы булған шведтар индерһә лә, аҙаҡ уларға бер-бер артлы яуап биреп торҙолар. Уйын бөтөргә 15 cекунд ҡалғанда ғына йәнә бер шайба сойорғотолдо. Шулай итеп, АҠШ, дәғүәселәрен 3:1 иҫәбенә ҡыйратып, донъя чемпионатының еңеүсеһе булып танылды.
Турнирҙы ойоштороусылар ҡапҡасы Джон Гибсон, һаҡсы Джейкаб Троубаны (АҠШ), һөжүмсе Райан Ньюджент-Хопкинс (Канада) менән һөжүмсе Наил Яҡуповты (Рәсәй) матчтың иң яҡшы уйынсылары тип баһаланы. Рәсәй командаһы составында Никита Нестеров, Михаил Григоренко һәм Өфө ҡапҡасыһы Андрей Василевский иң шәптәре булып танылды.
Үҙ йортоңда диуарҙар ҙа ярҙам итә, тиҙәр. Күптәр беҙҙекеләрҙең финалға үтәсәгенә, чемпион буласағына өмөтләнгәйне. Әммә ышаныс аҡланманы. Бының сәбәбен төрлөсө аңлатырға тырышалар: бәғзеләр, егеттәр уйын алымдарын яҡшы белһә лә, уларҙа импровизация етешмәй, тип бара. Икенселәр, илдә балалар һәм үҫмерҙәр хоккейына мөнәсәбәтте үҙгәртеү зарур, беҙ йәштәрҙе үҙебеҙҙең менталитет нигеҙендә тәрбиәләргә тейеш, тиҙәр. Рәсәй йыйылма командаһаның баш тренеры Зиннәтулла Билалетдинов, Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк, Рәсәй йәш хоккейсыларының баш тренеры Михаил Варнаков иһә егеттәребеҙҙең турнирҙа өсөнсө урынға сығыуын яҡшы һөҙөмтә тип баһаланы.
Киләһе чемпионат Швецияның Мальме ҡалаһында үтәсәк. Рәсәйҙәр йәнә хужалар һәм Швейцария, Финляндия, Норвегия командалары менән “Б” төркөмөндә көс һынашасаҡ. Ә АҠШ, Канада, Чехия, Словакия, Германия “А” төркөмөнә эләкте.
Командалар яулаған урындар:
1. АҠШ
2. Швеция
3. Рәсәй
4. Канада
5. Чехия
6. Швейцария
7. Финляндия
8. Словакия
9. Германия
10. Латвия.