Көмөш кенә, тимәгеҙ09.01.2013
Каменск-Уральский ҡалаһында мотоциклда уҙышыу буйынса үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге булды. Ике көн буйы барған ярышта Ғ. Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге командаһы, Тольяттиҙың “Мега-Лада”һынан саҡ ҡына ҡалышып, көмөш миҙал яуланы.
Команда составында Егор Мышковец, Айрат Хәбибуллин, Владимир Бобин һәм Алексей Витрик сығыш яһаны. Йәш мотоуҙышсыларҙы баш тренер, донъя чемпионы Николай Красников күнектерә.
Турнирҙа Ижевск, Новосибирск, Һамар, Каменск-Уральский, Шадринск ҡалаларының командалары көс һынашты.
Яҡташтарыбыҙҙың был уңышы йәш быуындың мотоспорттағы ҙур һөҙөмтәһе тип баһалана, сөнки 2009 йылдан бирле беҙгә бындай бәхет йылмайғаны юҡ ине.