Барлыҡ ышаныс – “бронза”ға05.01.2013
Яңы йыл алды, ял көндәрендә спорт һөйөүсе барса халыҡ, көйәрмәндәр, моғайын, йәштәр командалары араһындағы хоккей буйынса донъя чемпионатын күҙәткәндер. Көтөп алған был сарала һәр ил үҙенекен боҙ батыры итеп күргеһе килде, фараз ҡылды.

Бындай чемпионаттарҙа үҙҙәрен танытып өлгөргән, бер нисә тапҡыр “алтын”ды ла эләктергән Рәсәй командаһын сит ил тренерҙары, көйәрмәндәр уйындың төп призына дәғүәсе итеп күреүен йәшермәне. Әммә донъя күләмендәге ҙур ярышҡа иң-иңдәр генә килеүен дә иҫтән сығарырға ярамай. Шулай булғас, алдан уҡ алыштарҙың ҡыҙыу, етди буласағын тоҫмаллауы ауыр түгел ине.
Уйындың тәүге көнөндә Рәсәй егеттәре Словакия командаһын бары овертаймда ғына 3:2 иҫәбенә еңеүе һағайырға мәжбүр итте. Унан һуң беҙҙекеләрҙең АҠШ йәштәренә ҡаршы уйыны ла көсөргәнешле барҙы. Был юлы шәп уйнаны беҙҙең егеттәр, дәғүәселәрен 2:1 иҫәбенә теҙ сүктерҙеләр. Ә бына немецтарҙы 7:0 иҫәбенә анһат ҡына еңдек.
31 декабрҙә Рәсәй егеттәрен Канада командаһы көтә ине. Тәүге осорҙа диңгеҙ аръяғы ҡунаҡтары беҙҙекеләрҙең ҡапҡаһына ике шайба индерҙе. Тиҙҙән Никита Кучеровтың мәргәнлеге менән ҡаршы яҡтағыларҙың ҡапҡаһына бер шайба осто. Әммә уйын ахырына ҡәҙәр дәғүәселәребеҙҙең дүрт “бүләген” ҡабул итеп өлгөрҙөк. Бынан тыш, Владимир Ткачев һуңғы секундтарҙа буллитты ла файҙалана алманы. Шулай итеп, канадалар рәсәйҙәрҙе 4:1 иҫәбенә еңде.
Барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көткән ярым финал уйындары ла көсөргәнешле барҙы. Тәүгеһендә Канада менән АҠШ командалары осрашты. Әммә уйын көтөлмәгән йүнәлеште алыр тип бер кем дә уйламағандыр, бығаса еңелеү белмәгән Канада егеттәре күршеләре алдында еңел биреште — 5:1 иҫәбе менән еңелде.
Икенсе ярым финал уйындарында шведтар беҙҙекеләрҙең ҡапҡаһына бер-бер артлы ике шайба индерҙе. Рәсәйҙекеләр ҙә ойоп йөрөмәне: икенсе осорҙа Андрей Миронов ҡаршы яҡҡа бер “күстәнәс” осорһа, өсөнсөһөндә Михаил Григоренко иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы. Әммә буллитта беҙҙекеләрҙең йәнә “теше” үтмәне. Һөҙөмтәлә 3:2 иҫәбе менән отолдоҡ...
Шулай итеп, беҙ алтындан да, көмөштән дә ҡолаҡ ҡаҡтыҡ. Бөгөн чемпионаттың төп бүләгенә АҠШ менән Швеция командалары көс һынашасаҡ, ә Рәсәй менән Канада – бронза миҙал өсөн.


Вернуться назад