Рене Фазель рәхмәт әйтте05.01.2013
Йәштәр командалары араһындағы хоккей буйынса донъя чемпионатының иң мөһим көнө — “бронза” өсөн ярыш һәм финал алдынан Конгресс-холда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡунаҡтарҙы ҡабул итте.

Сараға Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель, Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк һәм башҡа рәсми кешеләр саҡырылды.
— Республикалағы малай-шалай араһында хоккейҙы үҙһенмәгәндәр юҡтыр. 35 – 40 градуслыҡ һалҡында мәктәпкә бармаһаҡ та, малайҙар менән хоккей майҙансығына ашыға инек. Халыҡ-ара хоккей федерацияһы, илебеҙҙең Хоккей федерацияһы етәкселәренә йәштәр командалары араһындағы донъя чемпионатын Өфөлә үткәрергә ҡарар иткән өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерәм. Артабан ҙур чемпионатҡа — өлкәндәр араһында донъя чемпионатына өмөт итәбеҙ һәм хыялыбыҙ тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ, — тине Башҡортостан Президенты.
Рене Фазель Халыҡ-ара хоккей федерацияһы исеменән рәхмәт әйтте: “Иң элек ошо чемпионатты яҡшы ойошторған өсөн рәхмәтлемен. Был йәш уйынсылар, килгән командалар өсөн ҙур тәжрибә булды. Яңы йылды улар Өфөлә ҡаршы алды. Был ваҡиға хәтерҙәрендә мәңге һаҡланыр, тип уйлайым”.
Владислав Третьяк та ихлас ҡабул иткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул Башҡортостан Президентына Сочиға арналған һәм хоккеист һүрәтләнгән көмөш миҙал тапшырҙы, “Салауат Юлаев” яҡшы уйнаһын, йыйылма командаға лайыҡлы кандидаттар тәҡдим итһен, тигән теләк белдерҙе.


Вернуться назад