Алыштар ҡыҙғандан-ҡыҙа29.12.2012
Өфө боҙҙарында йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты ҡыҙғандан-ҡыҙа. Ярыштың икенсе көнөндә лә уйын көсөргәнешле барҙы.
Тәүҙә Спорт һарайында Швейцария менән Латвия командалары осрашты. Ике яҡ егеттәре лә сос, оҫталар. Шулай ҙа швейцарҙар йылдамыраҡ ине. Улар, дәғүәселәре ҡапҡаһына шайба артынан шайба оҙатып, уйынды 7:2 иҫәбе менән тамамланы. АҠШ менән Германия егеттәре араһындағы боҙ өҫтө алышын да көйәрмәндәр ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Йылғырлығы, уңышлы алымдары менән һоҡландырған американдар немецтарҙың барлыҡ һөжүмен кире ҡағып ҡына торҙо. Матч 8:0 иҫәбенә бөттө.
Әйткәндәй, тәүге көндө Рәсәй егеттәре бары Альберт Яруллиндың йылғырлығы ярҙамында овертайм аҙағында Словакия командаһын 3:2 иҫәбенә көскә еңә алғайны. Матчтан һуң был хаҡта йыйылма команданы баш тренеры Михаил Варнаков: “Һуңғы секундтарҙа шайба индереүҙәре лә яҡшы. Мин егеттәрҙе, уйын аҙағына тиклем бирешмәгеҙ, тип иҫкәртә килдем. Хәҙер киләһе матчтарҙа ла еңеү өсөн көрәшергә кәрәк. Ә дәғүәселәр береһенән-береһе көслө”, – тине.
Яңы йыл кисендә, 31 декабрҙә, беҙҙекеләр канадалар менән осраша. Алыш бик ҡыҙыу булмаҡсы.