Биш “алтын”лы Оксана27.12.2012
Биш “алтын”лы ОксанаАлтын, алтын, рекорд… Ана шулай еңеү артынан еңеү менән бөтә донъяны таң ҡалдырҙы XIV йәйге Паралимпия уйындарында Башҡортостан ҡыҙы Оксана Савченко. Һөҙөмтәлә рәсәйҙәр яулаған 36 алтын миҙалдың бишәүһе – уныҡы. Ул дүрт донъя рекорды ҡуйҙы. Лондонда яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығын бер кем дә ҡабатлай алманы.

Оксана 1990 йылда Петропавловск-Камчатский ҡалаһында донъяға килә. Тыумыштан глаукома сирле була. Табиптар сабыйҙың күҙенә бер нисә тапҡыр операция эшләй һәм уң күҙен булһа ла һаҡлап ҡала. Биш йәшендә ҡыҙҙы әсәһе тәүге тапҡыр бассейнға алып килә. Шунан башлана ла инде Оксананың оло спортҡа юлы. 2003 йылда ул донъя беренселегендә үҙенең тәүге алтын миҙалын яулай.
Ҡыҙыҡай ун ике йәшендә беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионатында ҡатнаша һәм иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшә. Шунда уны Өфөнән килгән тренер Игорь Тверяков күреп ҡала ла Башҡортостанға саҡыра. Әммә был тәҡдимгә ҡыҙыҡай биш йылдан, мәктәпте тамамлағандан һуң ғына, риза була. Оксана бер юлы нефть, педагогия университеттарына уҡырға инә. Тәүҙә йыл самаһы тренерының фатирында йәшәй.
Бындай уңыштың нигеҙе – бары өҙлөкһөҙ хеҙмәт, үҙ-үҙеңде аямау. Көн дә мотлаҡ алтыла йоҡонан тороу, йүгереп килеү. Иртәнге аштан һуң йәнә күнекмәләр. Көндөҙ бер аҙ ял бирелә, унан тағы күнекмәләр кискә ҡәҙәр дауам итә. Көн дә 10 – 20 километр араны йөҙә улар. Бары йәкшәмбелә генә спортсыларға 12-гә ҡәҙәр йоҡлау форсаты эләгә.
Паралимпиадала Башҡортостан спортсылары ғәжәп уңышҡа өлгәшһә лә, беҙҙә был юҫыҡта хәл итәһе мәсьәләләр бар әле. Мәҫәлән, Өфөлә спортсыларға тулы көскә шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр самалы, йәштәр Паралимпия үҙәгенең төҙөлөп бөтөүен көтә, ул сағында тейешле талаптарға ярашлы бассейн да булыр ине.
“Әсәйемдең яҙмышымда ниндәй әһәмиәткә эйә икәнлеген бөгөн генә аңлайым. Дәрестәрҙән һуң әхирәттәрем менән тышта уйнағы килһә лә, ул мине бассейнға алып китә ине. Бөгөн ул саҡта бер нәмә менән дә шөғөлләнмәгән тиңдәштәремә ҡарайым да, ярай әле әсәйем теге ваҡытта ялҡауланырға ирек бирмәгән, тип ҡыуанам. Уңышымда уның да өлөшө ҙур”, – ти спортсы.


Вернуться назад