Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында йәшәүсе боксёр, Европа һәм донъя чемпионы Денис Шафиҡов сит ил рингтарына боронғо башҡорт кейемендә — елән менән ҡамсат бүректә сыҡһа, милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Ошо күркәм ҡиәфәте өсөн уға профессиональ бокстағы йола буйынса “Сыңғыҙхан” тигән ҡушамат биргәндәр.
27 йәшлек билдәле спортсы, профессиональ утыҙҙан ашыу кимәлдәге алышта ҡатнашып, береһендә лә һыр бирмәгән әлегә. 2012 йыл егет өсөн айырыуса уңышлы булды. Ҡыш — Бөйөк Британияла “Абердин үлтереүсеһе” ҡушаматлы шотланд Ли МакАллистерҙы, яҙ Өфөлә уҙған алышта Куба итальяны Брунет Замораны еңеп ҡыуандырҙы. Яңы йыл алдынан көйәрмәндәренә йәнә бер бүләк яһаны Денис: Африканың 29 йәшлек спортсыһы Альберт Менсыны йығып һалды.
Уңыштарының серен һорағас: “Миңә ғаиләм көс-дәрт бирә”, — тине батырыбыҙ. Ысынлап та, яҡындары уның һәр алышын үҙ йөрәге аша үткәрә. Атаһы Фуат Исрафил улы Денистың сығыштарын зәңгәр экран аша ҡарап: “Әйҙә, әйҙә, ана шулай!” — тип үҙе лә йоҙроҡ төйнәп, тулҡынланып йөрөй, ти. Әсәһе Бүләкәй Ғәли ҡыҙы иһә балаһының алышҡанын бер ҡасан да ҡарамай, көсөргәнешле минуттарҙы бүлмәһенә бикләнеп, йөрәген усына йомарларҙай булып, Хоҙайҙан ярҙам һорап уҙғара икән. “Улыбыҙҙың бокс менән шөғөлләнеүенә әле лә күңелемдән ҡаршымын. Шулай ҙа һайлаған юлына арҡыры торманым, киреһенсә, дәртләндерергә тырыштым, сөнки күҙҙәрендәге осҡондо һүндереп ҡуйыуҙан ҡурҡтым”, — ти сабыр йөрәкле әсә.
Үҙ өйөндә иһә Денис өсөн һөйөклө ҡатыны менән биш йәшлек улы янып-көйә, ә ике йәшлек ҡыҙы: “Атайымды һағындым!” — тип иларға керешә. Оло еңеүҙәр яулар өсөн “Сыңғыҙхан”ға айҙар буйы Санкт-Петербургта тренеры ҡарамағында шөғөлләнергә, көс тупларға кәрәк шул.
Денис Шафиҡов — донъяға билдәле боксёр ғына түгел, йүнсел ғаилә башлығы ла. Ул, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарға әҙерләнеүҙән тыш, Мейәстәге төҙөлөш фирмаһында менеджер булып эшләргә лә өлгөрә. “Ғаиләң татыу, имен булһа, ҡулдан барлыҡ эш килә”, — ти Мейәс батыры.