Бер ҙә шаштырмай әйтергә була: сентябрҙә баш ҡалабыҙ өс көнгә донъя спорты үҙәгенә әүерелде — Өфөлә Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты үткәрелде. Бәйгелә 16 ил командаһы ҡатнашты. Иң ҙуры — Рәсәйҙеке. Бынан тыш, Австралия, Австрия, Болгария, Чехия, Эстония, Украина, Финляндия, Һиндостан, Венгрия, Латвия, Румыния, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәр ҙә көс һынашты.
Чемпионат программаһына ҡатнаш эстафета, спринт, персьют индерелгәйне. Стартҡа йәштәр һәм өлкәндәр командалары сыҡты. Биатлон “йондоҙҙары” — Украинанан Вита Семеренко, Австриянан Алексей Альмуков, Ҡаҙағстандан Галина Вишневская һәм Рәсәй йыйылма командаһы лидерҙары Антон Шипулин, Ольга Зайцева һәм Алексей Волковтың ҡатнашыуы бәйгегә мәртәбә өҫтәне. Ә Башҡортостан көйәрмәндәрен иң шатландырғаны билдәле яҡташыбыҙ, спортсы Максим Чудовтың ярышҡа сығыуы булды.
Рәсәй Биатлонсылары союзы, Башҡортостан Хөкүмәте ярыш яҡшы үтһен өсөн барыһын да эшләне. Спортсылар һәм сит ил ҡунаҡтары ойоштороуҙың бик юғары кимәлдә булыуын билдәләне. Әйткәндәй, Өфөнөң бындай кимәлдәге саралар үткәреү тәжрибәһе ҙур. “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексы спортсыларҙы ҡаршылауға тулыһынса әҙер ине. Быны донъя чемпионатын ҡараусылар үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Бәйгеләргә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та килгәйне. Ярыштар көн һайын Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа күрһәтелде.
Чемпионаттың һөҙөмтәләре лә беҙҙең өсөн шатлыҡлы булды. Рәсәй иҫәбендә — ун алтын, биш көмөш һәм алты бронза миҙал. Украина иһә бер алтын, дүрт көмөш һәм ике бронза яуланы. Чехия командаһында — бер көмөш һәм ике бронза. Өс алтын миҙал яулаған Мәскәү ҡыҙы Ольга Подчуфарова чемпионаттың абсолют чемпионы булып танылды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтә — ҡуяндай етеҙ Ольга Зайцевала: ике алтын һәм бер көмөш миҙал. Ирҙәр араһында Алексей Волковҡа етә алғандар булманы, унда — ике алтын һәм бер көмөш. Башҡортостан спортсылары ла яҡшы һөҙөмтәләр менән шатландырҙы: Максим Чудовта — бер алтын һәм бер көмөш, Ольга Вилухинала — бер бронза.
Был чемпионат Өфөлә уҙасаҡ ҙур спорт ярыштары теҙмәһен башлап ебәрҙе. Билдәле булыуынса, кисә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты башланды, ә киләһе йыл февралдә Балаларҙың Халыҡ-ара ҡышҡы уйындары үтә.