Батыры бар был илдең27.12.2012
Батыры бар был илдеңНоябрь айында Билбау көрәше буйынса донъя кубогы өсөн 22 илдән килгән йөҙҙән ашыу спортсы көс һынашты.
Өс көн буйы дауам иткән алыш үтә көсөргәнешле барҙы. Шулай булмайса! Яуаплы бәйгегә һәр ил үҙенең иң көслө егет-ҡыҙҙарын ебәрергә тырышҡан.

Финалда 90 килограмға тиклем ауырлыҡтағылар араһында келәмгә Рөстәм Исламов менән Үзбәкстан ҡунағы сыҡҡас, зал йәнләнде. Алдағы алыштарҙа уларҙың көсөн тоҫмаллап өлгөргән көйәрмәндәр, кемегеҙ көслөрәк булыр тигәндәй, көрәшселәргә төбәлде. Кемдеңдер:
– Рөстәм, әйҙә, еңәһең, – тип һөрәнләүен башҡалар йөпләп алды.
– Һелтә, һелтә!
Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды: Рөстәм дәғүәсеһен биленән ҡыҫып ҡына әйләндереп ергә һалмаһынмы!
– Афарин!
Шулай итеп, алыштың тәүге көнөндә классик стилдә көрәшкән яҡташтарыбыҙ Рөстәм Исламов менән Харис Мөсәлиев донъя кубогына эйә булды. Азамат Тхағәлиев (Рәсәй), Игорь Башляга (Молдова), Вовир Тухтасинов (Үзбәкстан), Анатолий Молдован (Молдова), Мегадбек Биктимеров (Ҡаҙағстан) пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде. Ирекле стилдә Ғабдулла Сөләймәнов, Денис Мортазин, Илдар Билалетдинов, Рәсүл Боҫтанов, Руслан Агаев, Рәшит Тикеев (Рәсәй), Мәхмүд Мировҡа (Тажикстан) тиңләшеүсе булманы.
Гүзәл заттар ҙа таһыллығы менән һоҡландырҙы. Көсөргәнешле алышта үҙ ауырлыҡтарында (ирекле стиль) Ерджаник Карапетян (Әрмәнстан), Таисия Кирәева (Рәсәй), Ирина Лодковская (Болгария), Сюзанна Гевондян (Украина), Марина Гаджаниева (Азербайжан) үҙҙәрен иң көслөһө итеп танытты. Ә башҡорт ҡыҙы Гөлсинә Ишмырҙина өсөнсө урынды яуланы.
Ярыштың һуңғы көнөндә егеттәр Риф Ғайнанов исемендәге халыҡ-ара турнир призына майҙан тотто. Рәсәйҙең Билбау көрәше буйынса федерацияһы президенты, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосопов ярыш аҙағында үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Республика егеттәре айырыуса классик стилдә уңышлы сығыш яһаны, кубоктан тыш көмөш, бронза миҙал алыусылар ҙа күп булды. Был ғәжәп түгел: милли көрәш менән билбаулы көрәш оҡшаш, – тине ул.


Вернуться назад