Сафин китте. Алмашҡа кем килер?27.12.2012
Һуңғы мәлдә "Салауат Юлаев"тың тотороҡһоҙ уйнауы күптәрҙең үҙәгенә үткәндер. Һуңғы ике уйында үҙебеҙҙең ҡапҡаға 10 шайба үткәреп, ҡаршы яҡҡа икәүҙе генә индерә алыуыбыҙ ҙа бер ниндәй ҡалыпҡа һыймай. Ҡасандыр Континенталь хоккей лигаһын дер һелкеткән команданың боҙҙа шәүләһе генә ҡалған тиерһең.

Шуға ла клуб етәкселәре команданың баш тренеры Венер Сафинды вазифаһынан бушатырға ҡарар итте. Былтыр уның Сергей Михалев урынына тәғәйенләнеүенә күптәр ҙур өмөт бағлағайны, әммә, еңеүҙәр менән еңелеүҙәр бер-береһен туҡтауһыҙ алмаштырғас, күптәрҙең фекеренсә, бынан да яҡшыраҡ аҙымдың булыуы мөмкин түгел. Ләкин ысынлап та шулаймы? Ни тиһәң дә, хәҙер "Өфө-Арена" боҙонда Александр Радулов кимәлендәге уйынсылар ҡалмаған. Боҙға сыҡҡан юлаевсыларҙың ҡайһы берәүҙәре тураһында "иҫәпкә бар, һанға юҡ" тиергә лә була. Шуға ла яуапты иң тәүҙә хоккейсыларҙан талап итеү, тейешле кимәлдә уйнамағандарын "оҙатыу" яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән?
Был йәһәттән тәүге аҙым яһалды ла инде. Сафинды ебәргәндән һуң, клуб һөжүмсе Томаш Ролинек менән дә хушлашты. Чех, быға тиклем Магнитогорскиҙың "Металлург"ында уңышлы сығыш яһаһа ла, беҙҙә ниңәлер һәләтен күрһәтә алманы.
Хәҙер командаға ошоға ҡәҙәр баш тренерҙың ярҙамсыһы булған Владимир Юрзинов етәкселек итәсәк. Шпенглер кубогына уйындарҙа юлаевсылар уның ҡулы аҫтында сығыш яһаясаҡ. Ә йәмәғәтселек яңы баш тренерҙы эҙләй башланы ла инде. Күптәр былтырғы "Авангард"тың тренеры Раймо Сумманенды, "СКА"-нан ебәрелгән Милош Ржиганы был урынға төп дәғүәсе тип күрә. Ә беҙҙе бынан ике йыл элек Гагарин кубогына алып килгән Вячеслав Быков Өфөгә кире ҡайтырға теләге юҡлығы тураһында хәбәр иткән.


Вернуться назад