Еңеү теләге көслө25.12.2012
Еңеү теләге көслөИртәгә Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты башлана

Был көндәрҙә Өфөнөң боҙ майҙандары гөр килеп тора. Йәкшәмбе көндө Өфө Cпорт һарайында Чехия менән Германия йыйылма командалары араһында күрһәтмә матч булды. Уйын чехтарҙың үҙ дәғүәселәрен 7:2 иҫәбенә еңеүе менән тамамланды.

Һуңынан Германия командаһының баш тренеры Эрнст Хофнер: “Өфөлә бөтәһе лә яҡшы ойошторолған. Беҙҙең әлегә күп кенә уйын ҡоралдарыбыҙ Германиянан килеп етмәгән, составта ҡайһы бер хоккейсылар ҙа юҡ. Беҙгә хатта ике ҡапҡала ла күнекмәләр үткәреү өсөн ҡапҡасылар ҙа тәҡдим иттеләр”, – тип үҙ фекерен әйтте.
Кисен “Өфө-Арена”ла Рәсәй (Б төркөмө) менән Швейцария командалары осрашты. Күрһәтмә уйын беҙҙекеләр өсөн ифрат һөҙөмтәле булды: тәүге осорҙа уҡ һигеҙ шайба индереп тә ҡуйҙылар. Швейцария командаһы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел: тәнәфескә тиклем үк мәрәйҙе тигеҙләп, алға сыҡтылар. Шулай ҙа беҙҙең егеттәрҙең еңеүгә теләге көслө ине һәм дәғүәселәрен 5:7 иҫәбенә теҙ сүктерҙеләр.
Әйткәндәй, кисә Өфөгә йәнә биш ил — Швеция, Финляндия, Канада, АҠШ, Словакия — командалары аяҡ баҫты. Рәсәйҙәр иртәгә, чемпионат асылған көндә, словактар менән уйнаһа, 31 декабрҙә Канада командаһы менән көс һынашасаҡ.


Вернуться назад