Мин Канада кешеһе Роберто Луонго булам. Хоккейҙы ғәләмәт яратам. Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса үтәсәк донъя чемпионатын түҙемһеҙләнеп көтөп алдым.
Уйындарҙы үҙ күҙҙәрем менән күрергә тип, ҡырҡ эшемде ҡырҡ яҡҡа ташлап, Башҡортостанға сыҡтым да киттем. Әлбиттә, беҙҙең Канада телевизион компанияһы был сараны бөтә донъяға күрһәтәсәк. Әммә мәртәбәле ярышты үҙ күҙҙәрең менән яҡындан тамаша ҡылыуға ни етә! Икенсенән, сәйәхәт итеп, донъя күреп ҡайтыу өсөн бер форсат та булды. Әйткәндәй, мин үҙем дә хоккей һөйөүселәргә ошо йәштәр чемпионаты аша танылдым. Кем белә, бөгөн спорт донъяһындағы киң билдәле хоккейсылар Петер Форсбрег (Швеция), Олли Йокинен (Финляндия), Зак Паризе (АҠШ), Александр Овечкин (Рәсәй), Марк Стал (Канада), Евгений Малкин (Рәсәй), Джон Таварес та (Канада) ҡасандыр йәштәр чемпионатында ҡатнашмаған булһа, бөгөн яҙмыштары башҡасараҡ булыр ине.
“Өфө” аэропортындағы инглизсә яҙыуҙы еңел генә уҡыһам да, йәнәшәһендәге хәрефтәрҙең мәғәнәһенә төшөнә алманым. Ахырҙа ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай янымдағы кешенән:
– Әйтегеҙ әле, ошо һүҙ нисек уҡыла? – тип һорағас, теге йылмайып:
– Өфөнөң башҡортса яҙыуы, ҡаланың логотибы, йәғни өс шөрөп, – тине.
– Шөрө-ө-ө-п! Бигерәк ҡыҙыҡ.
— Ҡыҙыҡ та, үҙенсәлекле лә. Ҡайһы берәүҙәр быға күптән ғәҙәтләнеп бөтһә лә, бәғзеләргә оҡшамай. Шуға ла уны үҙгәртергә кәрәк тип зыҡ ҡубып йөрөнөләр бер
мәл. Әммә әлегә шунан да ҡулай логотип табылманы…
Ә миңә өс шөрөп хатта ҡулайлы кеүек тойолдо. Башҡорттарҙың борон-борондан һәр нәмәгә мәғәнәле исемдәр ҡушыуы хаҡында тарихтан ишеткәнем бар ине. Шөрөп – тормошта иң кәрәкле әйбер. Нимә генә төҙөһәң дә, шөрөп кәрәк. Уның менән йорттарҙы, ҡоролмаларҙы нығыталар. Шулай уйлай-уйлай ҡала үҙәгенә килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.
Әйткәндәй, бындай бәхет һәр ҡалаға тәтемәй. Һуңғы дүрт чемпионаттың берәүһе АҠШ-та, өсәүһе беҙҙең Канадала булғайны. Рәсәй тарихында Өфө икенсе булып донъя чемпионатын үткәреүгә хоҡуҡ алды. Тәүге турнир 2001 йылда Мәскәүҙә һәм уның янындағы Подольск ҡалаһында уҙғайны. Әлбиттә, ул саҡта Рәсәй командаһы үҙ боҙонда уңышлы сығыш яһай алманы. Сирек финалда шведтарҙан еңелеп, ни бары етенсе урын менән ҡәнәғәтләнде. Дөрөҫ, унан алда Чехияла һәм Канадалағы уйындарҙа рәсәйҙекеләр ике тапҡыр рәттән алтын миҙалды эләктергәйне.
Өфө бигерәк матур икән дә! Башҡортостанда ла хоккей тип үлеп барыуҙары, билеттарҙы сират тороп алыуҙары хаҡында ишеткәйнем. Шуға ла иң тәүҙә билет яғын хәстәрләнем.
Интернеттан ҡыҙыҡһынып, күҙәтеп барғас, турнирҙың ике боҙ аренаһында үтәсәген белә инем. Спорт һарайҙарының мөмкинлеген дә яҡшы тоҫмаллағас, бындай ҙа мөһим, донъя кимәлендәге ҙур сара Өфөлә үтә тигәс, бер аҙ шикләнеп тә ҡуйғайным. Ә инде “Өфө-Арена” боҙ һарайы һәм Спорт һарайы менән яҡындан танышҡас, һоҡланыуҙан телһеҙ ҡалдым. Мин килгәндә Йәштәр хоккей лигаһының директор идарасыһы Дмитрий Ефимов, лиганы үҫтереү буйынса директор Сергей Яковлев та бында ине. Улар әҙерлекте тикшереп йөрөй. Кәйефтәре ифрат шәп. Минең ни уйлағанымды һиҙгәндәй, улар береһенән-береһе уҙҙырып тигәндәй чемпионатҡа әҙерлек хаҡында һөйләй башланы:
– Беҙҙең “Өфө-Арена” боҙ һарайы – иң яҡшы проекттарҙың береһе. Уның берҙән-бер етешһеҙлеге – күнекмәләр өсөн каток юҡ ине. Ә бөгөн бындағы үҙгәрешкә үҙебеҙ ҙә хайран ҡалдыҡ. Тренажер һәм еңел атлетика залдары, күп яруслы паркинг – бөтәһе лә һоҡланғыс итеп эшләнгән.
– Боҙ майҙаны Өфөнөң Спорт һарайында ла бар, ул бынан 45 йыл элек асылғайны. Донъя чемпионаты Өфөлә үтә тигән ҡарар ҡабул ителгәс, бөтә көсөбөҙҙө һалдыҡ, реконструкциялау өсөн проект әҙерләй башланыҡ, әммә бындай уҡ шәп булыр тип уйламайғайныҡ. Клуб та, менеджмент та донъя кимәлендә төҙөлгән.
Мине оҙатҡан саҡта туғандар, дуҫтар, таныштар һәр береһе тигәндәй иҫтәлеккә бүләк алып ҡайтыуымды үтенде. Шуға ла әле үк рюкзак, свитер, футболка, шайба, бейсболкалар һатып алып ҡуйҙым.
“Глумилино” тигән Өфө төркөмө хатта Рәсәй йыйылма командаһы көйәрмәндәре өсөн үҙҙәренең гимнын да яҙған! Һүҙҙәре ниндәй шәп яңғырай: “Алға, Рәсәй! Беҙ бергә көслө! Һинең өсөн янабыҙ! Матур итеп еңәсәкбеҙ”.
Башҡортостан халҡы харап ҡунаҡсыл икән: чемпионатта ҡатнашасаҡ һәр кемгә сувенир, бүләк, башҡорт балы әҙерләп ҡуйғандар.
Хәҙер инде донъя чемпионатының шәп үтәсәгенә тамсы ла шигем ҡалманы. Ялтлап торған бындай спорт һарайҙарында донъя беренселеген үткәрергә мөмкин, әлбиттә.
Ҡала менән танышып йөрөй торғас, йәнә “өс шөрөп”лө бер бинаны күреп ҡалдым: ул “Өфө” универмагы ине. Оҡшаны миңә был билдә. Тотороҡлолоҡ тамғаһы булып тойолдо ул.