Беҙҙекеләрҙең еңере шикләндермәй22.12.2012
Беҙҙекеләрҙең еңере шикләндермәйДонъяла бик күптәр был чемпионатты түҙемһеҙлек менән көтә, һәр кем уға ҙур өмөттәр бағлай. Ошондай оло сараның республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә уҙыуы үтә лә әһәмиәтле. Хәҙер бик күптәргә донъя ярыштарын “зәңгәр экран” аша түгел, ә боҙ һарайында яҡындан ҡарап тамаша ҡылыу мөмкинлеге бар.

Беҙҙең командала әле 25 уйынсы, тимәк, икәүһе артыҡ. Тәүге күнекмәләр үтте лә инде. Турнирҙа сығыш яһаясаҡ төп состав иртәгә Швейцария командаһы менән иптәштәрсә осрашыуҙан һуң асыҡланасаҡ. Ә тәүге алыш 26 декабрҙә Словакияның йыйылма командаһы менән буласаҡ.
Бик күптәр Рәсәйҙең йыйылма командаһын турнирҙың фавориты тип иҫәпләй. Йортоңда диуарҙар ҙа ярҙам итә, тиҙәр бит, ә баш ҡалабыҙҙа беҙҙең хоккейсыларҙың уңышы өсөн янып-көйөүселәр, ысынлап та, бихисап. Быны Германия командаһының баш тренеры Эрнст Хефнер ҙа билдәләне. Уныңса, еңеүгә төп дәғүәселәр – Рәсәй, Канада һәм Швеция.
Әммә һәр команданың еңеүгә генә ынтыласағына шик юҡ. Был турнирҙа ҡатнашыу хоҡуғына уларҙың һәр береһе көсөргәнешле көрәш аша эйә булды бит. Шулай ҙа Башҡортостан көйәрмәндәренең ярҙамы менән уңыш тап беҙҙекеләргә йылмайыр тигән өмөттә ҡалайыҡ.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад