Спорт һарайҙары әҙерме?20.12.2012
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта менән Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов “Өфө-Арена”ның һәм Спорт һарайының хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеүгә әҙерлек кимәлен тикшерҙе.
Сара барышында комментатор, рәсми кешеләр, матбуғат һәм телевидение хәбәрселәре өсөн урындарға, командаларҙың кейем алмаштырыу бүлмәләренә, тамашасы трибуналарына, спорт һарайҙарының дөйөм инфраструктураһына айырым иғтибар бирелде.
Дөйөм алғанда, объекттарҙың әҙерлеге ыңғай баһаланды. Министр һәм ҡала башлығы донъя чемпионатының юғары кимәлдә ойошторолорона ышаныс белдерҙе. Ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүгә бөтәһе лә әҙер тиерлек. Чемпионатта ҡатнашыусыларҙан тыш, Өфөгә сит илдәрҙән меңдәрсә көйәрмән, шулай уҡ хоккейсыларҙың ғаиләләре киләсәк.