— VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарына Өфөгә 22 илдең 62 ҡалаһынан вәкилдәр килеүе көтөлә. Был сараны ярыш тип кенә ҡабул итергә ярамай. Төрлө илдәрҙең ҡыҙҙары һәм малайҙарына үҙ-ара аралашыу, танышыу, дуҫлашыу өсөн уңайлы мөхит буласаҡ , – тине матбуғат конференцияһында Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов.
26 февралдән 3 мартҡа ҡәҙәр үтәсәк ярышта Канада, Литва, Швейцария, Ҡаҙағстан, Венгрия, АҠШ, Германия, Австрия, Словения, Украина, Көньяҡ Корея, Белоруссия, Нидерланд, Греция, Австралия, Ҡытай, Италия, Монголия, Эстония һәм, әлбиттә, Рәсәйҙән балалар ҡатнашасаҡ. Бөтәһе меңдән ашыу спортсы, ҡунаҡ килеүе көтөлә.
Рәмил Дилмөхәмәтов билдәләүенсә, уйындар Өфөләге дүрт ҙур спорт объекттарында үтәсәк. “Олимпик-Парк” тау саңғыһы үҙәге тау саңғыһы, сноубординг ярышына килеүселәрҙе ҡабул итәсәк.
– Әле комплекста балалар өсөн яңы спорт мәктәбе бинаһы төҙөлөп бөтөп бара. Беҙгә хәҙер бында йыһаздар, компьютер техникаһы килтерергә кәрәк. Быларҙың барыһын да 15 ғинуарға ҡәҙәр теүәлләйәсәкбеҙ, – тине сығыш яһаусы.
Спорт һарайында фигуралы шыуыу һәм шорт-трек буйынса көс һынашасаҡтар. Бында ла әле һуңғы эштәр бара.
“Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында спорт ориентиры менән саңғы уҙыштары үтәсәк. Сентябрҙә бында йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты уҙғайны. “А” категорияһына лайыҡ был комплекс иң юғары кимәлдәге халыҡ-ара ярыштарҙы ойоштороу хоҡуғын бирә.
“Өфө-Арена” боҙ һарайы иһә бөгөндән ярыштарға әҙер.
В. ИСХАҠОВ.