Чемпионаттың исем туйы19.12.2012
Мәскәүҙә “Беренсе канал кубогы” Еврохоккейтур уйындарынан һуң йәштәр командалары араһында хоккей буйынса Өфөлә үтәсәк донъя чемпионатының үҙенсәлекле исем туйы булды.

Тантанала Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Зиннәтулла Билалетдинов чемпионатҡа мотлаҡ киләсәген белдерҙе. “Бөгөнмө-иртәгәме тигәндәй милли командаға алынасаҡ егеттәрҙең нисек уйнауы минең өсөн бик мөһим. Өфөлә тәүге тапҡыр боҙға сығасаҡ йәштәр иртәме-һуңмы беренсе йыйылма командала сығыш яһаясаҡ. Шуға ла мин әле үк кемдең нисек уйнауын, уның мөмкинлеген белергә, баһаларға тейешмен. Ошо маҡсаттан йәштәр һәм үҫмерҙәр йыйылма командаларының баш тренерҙары менән йыш аралашып торам”, – тине ул.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад