Билет алып ҡалығыҙ!14.12.2012
Хоккей буйынса йәштәр командалары араһында үткәрелгән донъя чемпионатына билет алырға теләүселәр күп булыуға бәйле ойоштороу комитеты һатыу нөктәләрен арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Чемпионаттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, көйәрмәндәргә уңайлы булһын өсөн өҫтәмә билет кассалары Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаларында асылды.
Һатыу нөктәләренең тулы исемлеге “Салауат Юлаев” хоккей клубының сайтында урынлаштырылған.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад